Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Галаттарға 2:19 - Изге Яҙма

19 Алла өсөн йәшәйем тип, мин ҡанун аша ҡанунға ҡарата үлдем. Мәсих менән бергә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡландым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

19 Алла өсөн йәшәү хаҡына, ҡанун күҙлегенән ҡарағанда, мин ҡанун өсөн үлгәнмен. Мәсих менән бергә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡландым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 Алла өсөн йәшәйем тип, мин ҡанун аша ҡанунға ҡарата үлдем. Мәсих менән бергә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡландым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Галаттарға 2:19
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡанун үҙе менән Алланың асыуын алып килә. Әммә ҡанун булмаған ерҙә ҡанунды боҙоу ҙа булмай.


Ҡанун иһә енәйәт артһын өсөн кертелгән, әммә гонаһ күп булған ерҙә Алла мәрхәмәте тағы ла нығыраҡ артҡан.


Шулай уҡ һеҙ ҙә үҙегеҙҙе гонаһҡа ҡарата үле, ә Ғайса Мәсихтә Алла өсөн теребеҙ тип иҫәпләгеҙ.


Ул саҡта гонаһ өҫтөгөҙҙән хакимлыҡ итмәҫ, сөнки һеҙ ҡанун аҫтында түгел, ә Алла мәрхәмәте аҫтында йәшәйһегеҙ.


Әлбиттә, юҡ. Гонаһҡа ҡарата беҙ үлгәнбеҙ. Шулай булғас, нисек артабан гонаһ эсендә йәшәрбеҙ?


Ҡанундың Рух аша бирелгәнлеген беләбеҙ, ә мин – гонаһҡа ҡолдай һатылған донъяуи әҙәм.


Һеҙҙең менән дә шулай, имандаштарым. Һеҙ Башҡаға, йәғни үленән терелтелгән икенсе Берәүгә тәғәйен булыр өсөн Мәсихтең үлеме аша ҡанун өсөн үлдегеҙ. Ошо арҡала беҙ уңышты Аллаға килтерә алабыҙ.


сөнки йәшәү биреүсе Изге Рух ҡануны һине Ғайса Мәсих аша гонаһ һәм үлем ҡанунынан азат итте.


Шулай итеп, ашайһығыҙмы, эсәһегеҙме, әллә башҡа берәй нәмә эшләйһегеҙме – бөтәһен дә Алла даны өсөн башҡарығыҙ.


Йәһүдтәрҙе Мәсихкә килтереү өсөн, уларға йәһүд кеүек булдым, ҡанунға буйһонғандарҙы Мәсихкә килтереү өсөн, үҙем ҡанун аҫтында булмаһам да, улар янында ҡанунға буйһоноусы кеүек булдым,


Тереләр үҙҙәре өсөн түгел, ә үҙҙәре хаҡына үлгән һәм үленән терелтелгән Зат өсөн йәшәһендәр тип, Мәсих барыһы хаҡына үлде.


Инде мин үҙем түгел, миндә Мәсих йәшәй. Әле хәҙерге тәнемдә йәшәйем икән, мине яратҡан һәм минең өсөн Үҙен ҡорбан иткән Алла Улына иманым арҡаһында йәшәйем.


Ә ҡанун талаптарына таянып йәшәүселәр ләғнәт аҫтында була. Изге Яҙмала: «Ҡанун китабында яҙылғандарҙың бөтәһен дә теүәл үтәп бармаған һәр кемгә ләғнәт булһын», – тип яҙылған.


Шулай итеп, Мәсих килгәс иман аша аҡланыу алыр өсөн, Ул килгәнгә тиклем беҙ ҡанун тәрбиәһе аҫтында булдыҡ.


Ә минең Раббыбыҙ Ғайса Мәсих арҡысағынан башҡа бер ни менән дә маҡтанғым килмәй, минең өсөн был донъя шул арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды, ә мин донъя өсөн ҡаҙаҡландым.


Мәсих менән бергә үлеп, донъяның идара итеүсе көстәренән ҡотолғанһығыҙ икән, ни өсөн һаман ошо донъяның кешеләре кеүек уларҙың ҡағиҙәләренә буйһонаһығыҙ:


сөнки һеҙ үлдегеҙ, ә тормошоғоҙ Мәсих менән бергә Аллала йәшеренгән.


Иҫән булһаҡ та, үлем йоҡоһона талһаҡ та, беҙ Уның менән бергә йәшәһен тип, Мәсих беҙҙең өсөн йәнен бирҙе.


Мәсих, беҙҙе һәр төрлө гонаһтан йолоп алыу һәм таҙарындырыу өсөн, беҙҙе яҡшылыҡ ҡылырға ашҡынып торған Үҙ халҡы итер өсөн, Үҙен ҡорбан итте.


Мәсих ҡанының көсө ни тиклем ҙур! Ул бит мәңгелек Рух аша Үҙен Үҙе кәмселекһеҙ ҡорбан рәүешендә Аллаға тапшырҙы. Беҙ тере Аллаға хеҙмәт итә алһын өсөн, Уның ҡаны беҙҙең выжданыбыҙҙы үлемгә илткән эштәрҙән арындырыр.


Беҙ гонаһтар өсөн үлһен һәм хаҡлыҡ өсөн йәшәһен тип, Ул Үҙе беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы Үҙ тәнендә арҡысаҡҡа күтәрҙе. Уның яралары һеҙгә сихәт бирҙе.


Шуға күрә, башҡалар кеүек, тәндәре менән хөкөм ителһәләр ҙә, рухтары менән Алла һымаҡ йәшәһендәр өсөн, Һөйөнөслө Хәбәр үлеләргә лә иғлан ителде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ