Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Еврейҙарға 11:35 - Изге Яҙма

35 Ҡайһы бер ҡатындарға уларҙың үлгән яҡындары терелтелеп ҡайтарылған. Башҡалары иһә, үлемгә еткергәнсе ыҙалатһалар ҙа, яҡшыраҡ тормошта терелер өсөн иректән баш тарта.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

35 Ҡайһы бер ҡатындар үлгән яҡындарын тере көйө ҡайтарып ала. Башҡалары иһә, яҡшыраҡ тормошҡа терелеүгә өлгәшеү өсөн, ҡотолоуҙан баш тартып, яза ҡабул итә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

35 Ҡайһы бер ҡатындарға уларҙың үлгән яҡындары терелтелеп ҡайтарылған. Башҡалары иһә, үлемгә еткергәнсе ыҙалатһалар ҙа, яҡшыраҡ тормошта терелер өсөн иректән баш тарта.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Еврейҙарға 11:35
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Терелгәс, улар өйләнмәҫтәр ҙә, кейәүгә лә сыҡмаҫтар. Улар күктәге фәрештәләр һымаҡ булырҙар.


Үлгәндәр терелгәс, өйләнмәҫ тә, кейәүгә лә сыҡмаҫ. Улар күктәге фәрештәләр кеүек булыр.


ул саҡта инде һин бәхетле булырһың, сөнки улар һиңә ҡайтарып түләй алмай, ә тәҡүә кешеләр үленән тереләсәк көндө һиңә әжере ҡайтарылыр.


Инде үлә лә алмаҫтар, сөнки улар фәрештәләр кеүек булырҙар. Улар – Алла балалары, сөнки уларҙы Алла үленән терелтте.


Улар ҡәберҙәренән сығасаҡ: яҡшылыҡ эшләгәндәр – йәшәү өсөн, ә яуызлыҡ эшләгәндәр хөкөм ителеү өсөн тереләсәк.


Һорау ала торған кешеләр шунда уҡ ситкәрәк китте, ә ғәскәриҙәр башлығы, Паулустың Рим гражданы икәнен белгәс, уны бәйләргә ҡушҡаны өсөн ҡурҡыуға төштө.


Бындағыларҙың бер өлөшө – саддукейҙар, икенсе өлөшө фарисейҙар икәнлеген күргәндән һуң, Паулус ҡысҡырып: – Туғандар! Минең ата-бабаларым фарисей булған, үҙем дә фарисей. Мине үлеләрҙең терелеүенә өмөт бағлағаным өсөн хөкөм итәләр, – тине.


Тәҡүә кешеләр ҙә, тәҡүә булмағандар ҙа үленән тереләсәк тип, улар кеүек үк мин дә Аллаға өмөт бағлайым.


Әммә тегеләр: – Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, Алла һүҙен түгел, һеҙҙең һүҙҙе тыңлаһаҡ, был Алла ҡаршыһында дөрөҫ булырмы һуң?


Петрус, ҡулын һуҙып, уға торорға ярҙам итте. Тол ҡатындарҙы һәм бүтән иманлыларҙы саҡырып, терелгән Табиҫаны уларҙың ҡаршыһына баҫтырҙы.


Был фани, үлемле тән мәңгелек, үлемһеҙ тәнгә әйләнгәс, Изге Яҙмалағы: «Еңеү үлемде йотоп юҡ иткән була».


Шулай мин үленән терелеремә лә өлгәшермен тип өмөтләнәм.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ