24 Сөнки Агаг нәҫеленән Һаммедаҫа улы Һаман, йәһүдтәрҙе ҡырып бөтөрөргә ниәтләнеп, уларҙы еңер һәм юҡ итер өсөн, «пур», йәғни йәрәбә һалғайны.
Шунан улар Дауытҡа: – Шаул беҙҙе, Исраил илендә йәшәмәһендәр тип, ҡырып ташлауҙы һәм юҡ итеүҙе маҡсат итеп ҡуйғайны, – тине. –
Күпмелер ваҡыттан һуң, Ахашверош Агаг нәҫеленән Һаммедаҫа улы Һаманды үрләтеп ебәрҙе, уның урынын үҙенең хеҙмәтендәге бөтә түрәләрҙекенән өҫтөнөрәк ҡуйҙы.
Шул саҡтан алып йәһүдтәр, Мордехайҙың яҙғанын ҡабул итеп, үҙҙәре башлағанды йолаға әйләндерҙе.
– Ә ул көндө, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – ҡаты урынға ҡағылған ҡаҙаҡ урынынан ҡутарылып сығасаҡ, йығыласаҡ, уға аҫылған йөк тә юҡ буласаҡ. Был – Раббы һүҙе.