Тәүге айҙың ун өсөнсө көнөндә батша кәтиптәре саҡырылды. Һамандың әмере, һәр өлкәнең үҙ яҙмаһында, һәр халыҡтың үҙ телендә яҙылып, батша һанаттарына, бөтә өлкәләрҙең башлыҡтарына һәм барлыҡ халыҡтарҙың хакимдарына ебәрелде. Был әмер Ахашверош батшаның исеменән яҙылды һәм уның мөһөр йөҙөгө менән раҫланды.