26 Улар ҡамыш кәмә кеүек етеҙ, Ҡорбанына ташланған бөркөттәй осҡор.
Шаул менән Йонаҫан ниндәй һөйкөмлө, ғәзиз, Йәшәүҙә лә, үлемдә лә айырылмаҫ булды улар. Бөркөттән дә етеҙ булдылар, Арыҫландан көслө булдылар.
Байлыҡ күҙ асып йомғансы юҡ була, ҡанатланып, бөркөт һымаҡ күккә осоп китер.
Диңгеҙ юлы менән, ҡамыш кәмәләрҙә, Был ил илселәр ебәрер. Барығыҙ, етеҙ илселәр, Йылғалар бүлгесләгән ул илгә, Оҙон буйлы, шыма тәнле ҡәүемгә, Һәр тарафҡа ҡурҡыу һалған, Сәйер телдә һөйләшкән халыҡҡа, Көслө һәм баҫҡынсыл милләткә барығыҙ!
Бына дошман болот һымаҡ күтәрелә, Яу арбалары ғәрәсәт кеүек килә; Аттары бөркөттән етеҙерәк. Ҡайғы беҙгә! Һәләк булдыҡ!
Эҙәрләүселәр күктәге бөркөттәрҙән дә етеҙ; Тау-таш араһынан беҙҙе баҫтырҙылар, Боҫҡон ҡороп, сүлдә һағалап торҙолар.
Аттары уның ҡапландан етеҙ, Төнгө бүренән дә ҡанһыҙ. Яйҙаҡтары төрлө тарафтарҙан елә Табышына ташланған бөркөттәй.
Раббы алыҫтан, донъяның икенсе осонан, бер ҡәүем ебәрер. Һеҙ телен аңламаған, өлкәндәрҙе хөрмәт итә, кеселәрҙе йәлләй белмәгән аяуһыҙ ул халыҡ ҡанаттарын йәйгән бөркөт һымаҡ өҫтөгөҙгә килеп ябырылыр.