29 Яуызлыҡҡа юл ҡуймаҫ өсөн кире уйлағыҙ! Аңлағыҙ, әлегә хаҡлыҡ минең яҡта.
Ғәйепле булһам – бөттө баш! Әммә хаҡ булһам да, башымды ҡалҡыта алмам. Түбәнһетеүҙәрҙән ғарыҡ булдым, хәсрәтемдән иҫерекмен.
Мин дуҫтарым өсөн бер әҙәм көлкөһө булдым. Ә бит Аллаға ялбарғанда яуап ала торғайным. Хәҙер иһә тоғро, камил әҙәм – мәсхәрә булып ҡалдым.
Ҡарағыҙ, дәғүәләшергә әҙерләндем. Хаҡлыҡ яуларымды мин беләм.
Әммә һеҙ һәммәгеҙ ҙә йәнә килегеҙ – Арағыҙҙан бер аҡыллы кеше таба алмайым.
Белегеҙ, Алла миңә ҡарата хаҡһыҙлыҡ ҡылды, Һәр тарафтан ауы менән сорнап алды.
Әммә Ул минең тотҡан юлымды белә. Әйҙә, һынаһын – саф алтын һымаҡ буласаҡмын.
Әйүп әйтте: „Мин – ғәйепһеҙ, Алла иһә мине хаҡ хөкөмдән мәхрүм итте.
Шунан Әйүп Раббыға былай тип яуап бирҙе:
Шуға күрә әйткән һүҙҙәремдән кире ҡайтам, Көл-туҙан өҫтөндә ултырған килеш тәүбә итәм».
Шул саҡ һеҙ яңынан тәҡүә кешене залимдан, Аллаға хеҙмәт иткәнде Уға хеҙмәт итмәгәндән айыра башларһығыҙ.