28 Инде, рәхим итеп, миңә боролоп ҡарағыҙ – Күҙегеҙгә ҡарап, алдаша аламмы?
Һин хәбәр һат – башҡалар өнһөҙ торһонмо? Һин мыҫҡыллағанда – урыныңа ултыртыусы табылмаҫ тиһеңме?
Һеҙ иһә яраларымды ялған менән һылайһығыҙ, Бөтөнөгөҙ ҙә булдыҡһыҙ табипһығыҙ.
Улай түгелме? Кем әйткәндәремде ялған тиер? Кем һүҙҙәремде бушҡа сығарыр?»
Шуғаса ауыҙымдан алдаҡ һүҙ сыҡмаҫ, Телем ялғанды һөйләмәҫ!
Һүҙҙәрем ихлас йөрәктән сыға, Ирендәрем белгәнде, хаҡты һөйләй.
Һис шөбһә юҡ, бер һүҙем дә ялған түгел; Алдығыҙҙа тороусының белеме камил.