24 Әйҙә, аңлатығыҙ – мин тынырмын, Нимәлә яңылыштым – күрһәтеп бирегеҙ.
Аллаға әйтермен: мине хөкөм итергә ашыҡма, Аңлат миңә, Һин мине нимәлә ғәйепләйһең?
Ғәйептәрем, гонаһтарым күпме? Күрһәт миңә кәмселек, гонаһтарымды.
Һеҙҙең һөйләгәнегеҙҙе көттөм, Һеҙ һүҙ һайлаған арала, Фекерҙәрегеҙгә ҡолаҡ һалдым.
Инде хәҙер, Әйүп, мине тыңла, Әйткән һәр бер һүҙемә ҡолаҡ һал.
Күрмәгәнемде һин миңә күрһәт, Яманлыҡ эшләгән булһам, бүтән ҡабатламам“.
Бына, нимәләрҙе асыҡланыҡ – улар барыһы ла хаҡ. Шуға күрә ҡолаҡ һалып тыңла ла фәһем ал».
Дошмандың ҡулынан ҡотҡарығыҙ, Йолом түләп, залимдар ҡулынан азат итегеҙ“, – тинемме?
Хаҡ һүҙҙәр әрнеткес була! Тик ғәйепләүегеҙҙең асылы нимәлә һуң?
Бөтөн донъя тетрәнһен Раббынан, Ер йөҙөндә йәшәгәндәр Уның алдында ҡалтырап торһон.
Иғтибарлы ҡолаҡҡа аҡыллы кешенең шелтәһе алтын алҡа, саф алтын биҙәүес кеүек.
Аҡыллыға өгөт бирһәң – аҡылы артыр, иманлыны өйрәтһәң – ғилеме артыр.
Ҡәҙерле имандаштарым, шуны белегеҙ: һәр берегеҙ тыңлауға өлгөр, һөйләүгә яй һәм асыуланыуға аҡрын булһын,
Бөтәбеҙ ҙә күп нәмәлә хаталана. Һүҙе менән гонаһ ҡылмаған кеше – камил, ул үҙенең бөтә тәнен йүгәндә тота ала.