16 Бынан һуң Әйүп йөҙ ҙә ҡырҡ йыл йәшәне, үҙенең балаларын һәм балаларының балаларын дүртенсе быуынға тиклем күрҙе.
Терах ике йөҙ ҙә биш йәшендә Харанда вафат булды.
Ибраһим йөҙ ҙә етмеш биш йыл йәшәне.
Исхаҡ йөҙ ҙә һикһән йыл йәшәне.
Ун ете йыл йәшәне Яҡуп Мысырҙа, ул барлығы йөҙ ҙә ҡырҡ ете йыл ғүмер һөрҙө.
уға бүләләрен – Әфраимдың ейәндәрен күрергә, Менашшеның улы Махирҙың яңы тыуған балаларын алдына алырға насип булды.
Йософ йөҙ ҙә ун йәшендә вафат булды. Уны бәлзәмләп, Мысырҙа бер табутҡа һалдылар.
Бөтә илдә Әйүптең ҡыҙҙарынан да гүзәлерәк ҡыҙҙар юҡ ине. Аталары уларға ла ағай-энеләре менән бер тигеҙ мираҫ бирҙе.
Ул ҡартайып, тормошта бөтәһен дә татып-кисереп вафат булды.
Йолҡҡанға тиклем үк ҡороп ҡалған, Ҡыйыҡта үҫкән үлән һымаҡ булһындар улар.
Башыңа һәләкәт килмәҫ, Сатырыңа бәлә-ҡаза яҡынламаҫ.
Ейәндәр – өлкәндәрҙең тажы, балаларҙың даны – ата-әсәһе.
Вафат булғанда Мусаға йөҙ егерме йәш ине, әммә уның күҙҙәренең нуры ҡайтманы, тәненең көсө кәмемәне.
Күпмелер ваҡыттан һуң Раббы ҡоло Йушағ Нун улы вафат булды. Уға йөҙ ҙә ун йәш ине.