22 Ҡорһаҡ аҫты сүлмәк ватыҡтары кеүек осло: Мәтене ашлыҡ һуҡҡыс һымаҡ аҡтарып бара.
Атҡа көстө һин бирҙеңме, Уның муйынына ялын таҡҡан һинһеңме?
Ул сәнскәкле лотос аҫтында, Һаҙлыҡтарҙа ҡамыш араһында боҫоп ята;
Суҡмарҙы һалам тип ҡабул итер, Һөңгөнөң һыҙғырып осоуынан көлөр.
Даръяны ҡаҙан кеүек ҡайнатыр; Диңгеҙҙе ҡайнаған еҫле майҙай болғатыр.
Мин әфраимдарҙы үлеләр донъяһынан ҡотҡарырмынмы? Уларҙы үлемдән йолоп алырмынмы? Эй әжәл, ҡайҙа һинең үләттәрең? Эй үлеләр донъяһы, емереклектәрең ҡайҙа? Мин ҡыҙғаныуҙы белмәйем!