15 Итләс тәне ҡойоп ҡуйған һымаҡ тығыҙ; Шул ҡәҙәрле ҡаты, һис ҡаҡшатам тимә.
Муйынында ҡеүәт йәшәй, Уның алдында хатта дәһшәт тә бейеп тора.
Йөрәге таштай ҡаты, Ҡул тирмәненең аҫҡы ташылай.
Раббы былай ти: «Аҡыллы кеше аҡылы менән маҡтанмаһын, Көслө көсө менән маҡтанмаһын, Бай байлығы менән маҡтанмаһын.
Улар, ҡәбер янына барып, ауыҙына терәп ҡуйылған ташҡа мисәт баҫтылар һәм һаҡсылар ҡуйҙылар.
Шунда аҡһаҡалдарҙың береһе миңә былай тине: – Илама. Бына, Йәһүҙә нәҫеленән булған Арыҫлан, Дауыт тамырынан үҫеп сыҡҡан Һабаҡ еңеп сыҡты, төргәк китаптың ете мисәтен ҡуптарып, уны аса алыр.