19 Берәйһе уны ҡармаҡҡа эләктерә Йәки ырғаҡ менән томшоғон аймай алырмы?
Уның һулышынан күк йөҙө асылды; Ҡулы ҡасҡан йыланды сәнсеп үлтерҙе.
Бөтә ҡырағай йәнлектәр уйнап йөрөгән тауҙар Уға ашарға бирә.
Йылға шарлап аҡҡандан да өркмәҫ; Тыныс ҡалыр хатта Иордан йылғаһы Боғаҙына эркелгән саҡта ла.
Раббы Үҙ халҡын бик ныҡ үрсетте, Уны дошмандарынан ҡеүәтле итте.
Хаҡ хөкөмдар – Алла, Хаҡһыҙлыҡҡа һәр саҡ асыу тота.
Ул көн Раббы Ливъяҫанды, ҡасып барған йыланды, Ливъяҫанды, борғолана-борғолана шыуышҡан йыланды, Үҙенең аяуһыҙ, бөйөк һәм ҡеүәтле ҡылысы менән язалаясаҡ; Диңгеҙҙәге аждаһаны үлтерәсәк.