35 „Беҙ әҙер!“ – тип осоп сыҡһын өсөн Йәшендәрҙе һин оҙата алаһыңмы?
– Әгәр ҙә мин Алла бәндәһе икәнмен, күктән ут төшһөн дә һине лә, илле яугиреңде лә ялмап йотһон, – тип яуапланы Ильяс. Шул саҡ күктән ут төштө лә илле башын да, яугирҙәрен дә ялмап йотто.
Быға тиклем килгән башлыҡтар менән уларҙың яугирҙәрен күктән төшкән ут ялмап юҡ итте. Инде минең йәнемде һәләк итмәсе, зинһар!
Ул йәшенде усында йәшереп тота; Уға ҡайҙа атырға бойора.
Күк аҫтында һәр тарафҡа ауаз һала, Йәшендәре ерҙең сиктәрен яҡтырта.
– Ҡаланан сығып, ҡулдарымды Раббыға табан күтәреү менән, йәшен туҡтар, боҙ яумаҫ булыр. Шул саҡ ерҙең Раббыныҡы булғанын белерһең.
Шунда бөйөк Хакимдың тауышын ишеттем. Ул: – Кемде ебәрәйем? Беҙҙең өсөн кем барыр? – тине. – Бына мин! Мине ебәр! – тинем.
«Мине һорамағандарға яуап бирергә әҙер инем, Мине эҙләмәгәндәргә табылдым. Исемем менән саҡырмаған ҡәүемгә: „Мин бындамын – бында!“ – тинем.
Шул саҡ Раббы хозурынан ут сыҡты ла уларҙы ялмап алды. Улар Раббы алдында үлде.
Халыҡ тормош ауырлығына зарлана башланы. Быны ишетеп, Раббының асыуы тоҡанды. Раббы ярһыуынан улар араһында ут ҡабынып, туплам сите яна башланы.
Раббының хозурынан ут сығып, хуш еҫле матдәләр килтергән теге ике йөҙ илле ирҙе лә һәләк итте.
Шаул Ахимәләхкә: – Эй Ахитув улы, мине тыңла! – тине. – Эйе, хакимым! – тине Ахимәләх.