32 Йондоҙҙарҙы тәғәйен ваҡыттарында сығарып, Етегәнгә Кесеһе менән бергә юл күрһәтерһең?
Йәһүҙә батшалары тарафынан ҡалаларҙа һәм Йәрүсәлим тирәһендәге табыныу ҡалҡыулыҡтарында Бәғелгә, ҡояшҡа, айға, йондоҙлоҡтарға һәм бөтә күк есемдәренә хуш еҫ төтәтер өсөн тәғәйенләгән ялған ҡаһиндарҙы ҡыуып таратты.
Бәлки, һин Өлкәр йондоҙлоғоноң сылбырын төйнәп, Ориондыҡын тағата алырһың?
Күктең ҡанундарын беләһеңме? Ерҙә тейешле тәртип урынлаштыра алырһыңмы?
Етегәнде, Орион менән Өлкәрҙе, Көньяҡ күге йондоҙҙарын Ул яратҡан.