23 Мин уларҙы ауыр замандар өсөн, Һуғыш һәм алыш көндәренә һаҡлайым.
Аллаһыҙҙар асыуҙарын күңелендә һаҡлай, Үҙҙәрен язалағанда ла Алланан ярҙам һорамай.
Шул рәүешле Ул халыҡтарға идара итә, Уларҙы мул ризыҡ менән тәьмин итә.
Ҡар һаҡланған келәттәргә ингәнең, Боҙ келәттәрен күргәнең бармы?
Йәшен ниндәй юлдар буйлап елә? Көнсығыш елдәре ерҙә нисек тарала?
Белеп тор, Мин иртәгә ошо ваҡытта Мысыр өҫтөнә шундай көслө боҙ яуҙырам – ундай боҙ-борсаҡтың Мысырға нигеҙ һалынған көндән алып бөгөнгә тиклем күренгәне юҡ.
Шул сағында Раббы ҡеүәтле тауышын яңғыратыр, Көслө асыу менән, бар нәмәне ялмар ут ялҡынында, Дауылда, ташҡында һәм таш яуғанда Күтәрелгән ҡулының көсөн күрһәтер.
Ямғыр яуып, йылғалар ташып, көслө елдәр иҫеп, шул йортҡа ябырылған. Ул йорт ауған һәм тулыһынса емерелгән.
Исраилдарҙан ҡотолам тип, Бейт-Хорондан төшкән юлдан Ғазыҡаға ҡасып барған әмөриҙәр өҫтөнә Раббы эре-эре таш-борсаҡтар яуҙырҙы. Күктән яуған шул борсаҡтарҙан кешеләр исраилдар ҡылысына ҡарағанда ла күберәк үлде.
күктән кешеләр өҫтөнә ҙур-ҙур боҙ киҫәктәре яуҙы. Кешеләр был бәлә-ҡаза өсөн Алланы хурланы, сөнки ул ифрат ауыр ине.