21 Беләһеңдер инде, һин бит шул мәлдә тыуғанһың. Ғүмерең шулай оҙондор!
Әллә һин әҙәм затының тәүгеһеме? Тауҙарҙан әүәл яратылдыңмы?
Ер йөҙөнөң мөйөштәренән тотһон да Өҫтөнән яуыздарҙы һелкеп ташлаһын тип Ғүмереңдә берәй таңға бойороҡ бирҙеңме, Иртәнге шәфәҡҡә урынын күрһәттеңме?
Ҡар һаҡланған келәттәргә ингәнең, Боҙ келәттәрен күргәнең бармы?
Мин ерҙең нигеҙен һалған саҡта ҡайҙа инең? Белдекле һәм зиһенле икәнһең, әйтеп бир.