15 Ә яуыздарҙан яҡтылыҡ тартып алына, Күтәрелгән ҡулдары һындырыла.
Арамиҙар яҡыныраҡ килгәс, пәйғәмбәр Раббыға: – Уларҙың күҙҙәрен һуҡырайт, – тип доға ҡылды. Раббы Ильясиғиндың үтенесе буйынса уларҙы һуҡырайтты.
Яҡтынан ҡараңғыға һөрөлөр, Донъя йөҙөнән ҡыуылыр.
Эйе, яуыздарҙың уты һүнер; Усағының осҡоно ла ҡалмаҫ.
Яҡтылыҡҡа ҡаршы баш күтәргәндәр бар, Улар нурлы юлды танымайҙар, Нур юлы алып барған яҡҡа бармайҙар.
Ҡалаҡ һөйәгем ҡаймыҡһын, Ҡулым яурынымдан өҙөлөп төшһөн!
Ер мөһөр баҫылған балсыҡ шикелле үҙгәрә; Сағыу кейем кейгәндәй күренә.
Улар көпә-көндөҙ ҡараңғыға сумыр, Төш мәлендә, төндәге һымаҡ, Ҡапшанып йөрөргә дусар булыр.
Фәҡирҙәрҙе ҡылыстай үткер телдәрҙән, Көслөнөң ҡулынан йолоп алыр.
Әйттем: «Хәлемде күреп шатланмаһындар, Аяҡтарым абынғанда, үҙҙәрен өҫтөн тотмаһындар».
Яуыздарҙың юлы – ҡуйы ҡараңғылыҡ, нимәгә абынырҙарын үҙҙәре белмәй.
Ҡараңғылыҡ баҫып алғансы, Эңерҙә аяғығыҙ тауҙарҙа һөрөнгәнгә тиклем Аллағыҙ Раббыны данлағыҙ! Һеҙ яҡтылыҡ көтөрһөгөҙ, Әммә Раббы уны үлем күләгәһенә, Дөм-ҡараңғылыҡҡа әйләндерер.
Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Бына Мин уны, Мысыр батшаһы фирғәүенде! Уның һау ҡулын да, һынғанын да иҙәсәкмен. Ҡулындағы ҡылысын төшөрәсәкмен.
Әгәр ерле халыҡ йә килмешәктәр белә тороп яҙыҡ эшкә барһа, ул Раббыны хурлай булыр: ундайҙар халҡы араһынан ҡыуылырға тейеш,