1 Шул саҡ Раббы ғәрәсәт эсенән Әйүпкә былай тип яуапланы:
– Сыҡ, тауҙа Раббы ҡаршыһына баҫ, – тине уға Раббы. – Һинең яныңдан Раббы уҙыр. Шул ваҡыт тауҙарҙы һелкетеп, ҡаяларҙы емереп, Раббы алдында көслө ел күтәрелде. Әммә Раббы елдә түгел ине. Шунан ер тетрәне. Әммә Раббы ер тетрәүендә лә түгел ине.
Раббының Ильясты өйөрмә эсендә күккә алыр ваҡыты еткәндә, Ильяс менән Ильясиғин Гилгалдан сығып баралар ине.
Улар һөйләшә-һөйләшә китеп бара ине, ҡапыл ялҡынлы аттар егелгән ут арбаһы пәйҙә булды ла уларҙы бер-береһенән айырҙы. Ильяс өйөрмәлә күккә ашты.
Әммә әгәр Алла ауыҙ асып, Һиңә яуап бирергә теләһә,
Һыуҙар өҫтөнә офоҡто һыҙып, Яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡты сикләй.
Туҡта, тыңла мине, Әйүп, Алланың ғәжәйеп ғәмәлдәре тураһында уйла.
Дауыл үҙенең торлағынан сыға, Төньяҡтан иҫкән ел һалҡын килтерә.
Шул саҡ Раббы ғәрәсәт эсенән Әйүпкә былай тип яуапланы:
Ташып килгән асыуыңды түк, Ғорурҙарға ҡара ла күндәм ит.
Ҡараһам, бына, төньяҡтан дауыллы ел килә: балҡыш уратып алған олоғара болот эсендә ут ялтлай. Уттың уртаһы балҡып торған алтын һымаҡ ине.
Раббы асыуланмай оҙаҡ түҙә, Әммә ҡеүәте Уның сикһеҙ; Золомдо язаһыҙ ҡалдырмай, Уның юлы – дауыл, ғәрәсәттер, Ә болот – аяғы аҫтындағы туҙан.