6 Ҡарға: „Ергә яу“, – тип әмер бирә. Ямғырға: „Көслөрәк ҡой“, – тип бойора.
Әммә халыҡ бик күп, һәм әле ямғырлы ваҡыт – тышта оҙаҡ торорлоҡ түгел. Унан һуң, был бер-ике көнлөк кенә эш түгел, сөнки күптәребеҙ ғәйепле.
Йәһүҙә менән Бинйәмин ырыуҙары халҡы өс көн эсендә Йәрүсәлимгә йыйылды. Был туғыҙынсы айҙа, айҙың егерменсе көнөндә булды. Бөтә халыҡ Алла йорто ҡаршыһындағы майҙанда йыйылды, кешеләр хәлдең етдилегенән һәм ҡаты ямғырҙан дер ҡалтырашты.
Ямғырға ҡағиҙә биргәнендә, Йәшенле дауылға юл асҡан саҡта
Ул һыу тамсыларын бергә йыйып, Уларҙы ямғырға әйләндерә.
Ҡар һаҡланған келәттәргә ингәнең, Боҙ келәттәрен күргәнең бармы?
Ул ер йөҙөнә ямғыр яуҙыра, Ҡырҙарҙы Ул һыуға туйындыра.
Уның ҡушҡанын үтәгән ут, боҙлауыҡ, Ҡар һәм томан, дауыллы ел,
Хәйерсене рәнйеткән теләнсе – ашлыҡты ағыҙған ҡойма ямғыр ише.
Диуарҙы аҡлаусыларға әйт, ул ҡолаясаҡ. Ҡойма ямғыр булыр, таш һымаҡ боҙ яуыр, ғәрәсәтле ел диуарға ҡаршы иҫер.
Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Мин асыуланып дауыл күтәрермен; ярһыуымдан ямғыр ҡойор, нәфрәтемдән емергес боҙ-борсаҡтар яуыр.
Торлағын күктә төҙөгән, Ер өҫтөндә көмбәҙ ҡорған, Диңгеҙ һыуҙарын йыйып, ер йөҙөнә түккән, Исеме Уның – Раббы.