19 Уға нимә тип әйтәйек, өйрәт беҙгә? Ҡараңғылығыбыҙ арҡаһында рәтләп һүҙ ҙә әйтә алмайбыҙ.
Һеҙҙә булған аҡыл миндә юҡмы? Бер ерем менән дә һеҙҙән кәм түгелмен. Һеҙ белгәнде, йә, кем белмәй?
Әммә мин сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенә өндәшәм, Дәғүәмде Аллаға белдерергә теләйем!
Инде минең дәлилдәремде тыңлағыҙ, Дәғүәләремде аңларға тырышығыҙ.
Былар – Уның ғәмәлдәренең тик аҙы ғына! Уның хаҡында ишеткәнебеҙ, гүйә, тик бышылдау. Ә Уның ҡөҙрәтле күкрәүен кем аңлай ала?»
Минең әйтергә теләгәнемде Уға берәйһе еткерерме? Кемдең әйтеп һәләкәткә тарығыһы килһен?
«Белдекһеҙ һүҙҙәре менән Минең ниәтемә ҡара яҡҡан кем ул?
Һин дә Алла һымаҡ ҡеүәтлеме? Тауышың Уныҡылай күкрәйме?
„Белдекһеҙ һүҙҙәре менән Минең ниәтемә ҡара яҡҡан кем ул?“ – тип һораның. Ысынлап та, үҙем аңламаған нәмәләр хаҡында, Башым етмәҫ ғәжәйеп ғәмәлдәр тураһында һөйләнем.
Шулай булғас, нисек мин Уға яуап бирә алайым? Уның алдында мин нисек һүҙ табайым?
Тәкәбберҙәр йәшерен тоҙаҡ ҡорҙо, Юлымда ауҙарын кирҙе; Йәтмә һалдылар алдымда. Села
Күтәрел, эй Алла, дәғүәңде Һин хәл ит! Онотма алйоттарҙың Һине көн һайын хурлағанын!
Шулай уҡ Рух та беҙгә ярҙам итә, сөнки беҙ көсһөҙ, нимә тураһында доға ҡылырға кәрәклеген дә белмәйбеҙ, ә Рух Үҙе һүҙ менән генә аңлатып булмаҫлыҡ көрһөнөү менән беҙҙең өсөн Аллаға ялбара.
Әле беҙгә һәммәһе лә көҙгөләге тоноҡ сағылыш кеүек күренә, ваҡыты еткәс иһә йөҙгә йөҙ күрәсәкбеҙ. Минең белемем әлегә өлөшләтә, үҙ мәлендә, Алла мине тулыһынса белгән кеүек, мин дә тулыһынса беләсәкмен.
Һөйөклөләрем, беҙ хәҙер Алла балалары, әммә ниндәй буласағыбыҙ билдәһеҙ әле. Шуны ғына беләбеҙ: Мәсих килгәндә, беҙ Уға оҡшаш булырбыҙ, сөнки ысынында Ул ниндәй булһа, беҙ Уны шундай итеп күрербеҙ.