18 Көҙгө кеүек ҡаты күк көмбәҙен Алла һымаҡ киреп ҡуя алырһыңмы?
Көйҙөргөс көньяҡ еле аҫтында ер әлһерәп ятҡан саҡта Кейемеңдә һиңә эҫе –
Уға йырлағыҙ, көй сығарығыҙ, Бөтә мөғжизәләрен бәйән итегеҙ!
Раббыны данлағыҙ! Мөҡәддәс торлағында данлағыҙ Алланы! Данлағыҙ Уны ҡәлғәһе – күк көмбәҙендә!
Ул шулай уҡ Осрашыу сатырына ингән ерҙә хеҙмәт иткән ҡатын-ҡыҙҙар бүләк иткән баҡыр көҙгөнән йыуынғыс һәм уның таяуын эшләне.
Ул күкте бар ҡылғанда – шунда булдым, даръя өҫтөнә офоҡто һыҙған саҡта,
Кем һыуҙарҙы усында үлсәгән, Ҡарыш менән күкте хисаплаған? Ер тупрағын үлсәмгә һыйҙырған, Тауҙарҙы бизмәнләгән, Түбәләрҙе үлсәү табаҡтарына һалған?
Ул күк көмбәҙендә, юғарыла ултыра, Ерҙә йәшәүселәр иһә – сиңерткә кеүек. Ул күкте пәрҙә кеүек киргән, Йәшәү өсөн сатыр итеп ҡорған.
Һине йолоп алған, Әсә ҡарынында рәүеш биргән Раббы былай ти: «Мин – Раббы, бөтә нәмәне Яратыусы, Бер яңғыҙым күкте кирҙем, Бер ярҙамсыһыҙ ерҙе түшәнем,
Ерҙе Мин яраттым, Унда йәшәгән кешене лә Мин бар ҡылдым; Минең ҡулдар күктәрҙе түшәне. Күк йөҙөндәге барлыҡ есемдәр Минең әмеремә буйһона.
Раббы Үҙенең ҡөҙрәте менән ерҙе яратты, Аҡылы менән ғаләмде ҡорҙо, Зиһене менән күктәрҙе йәйҙе.
Әүлиәлек. Раббының Исраил тураһында әйткән һүҙҙәре. Күктәрҙе киргән, ергә нигеҙ һалған, кешегә рух биргән Раббы былай ти: