16 Болоттарҙың ни рәүешле эленеп тороуын, Камил белемгә Эйә булғандың ғәжәйеп эштәрен аңлайһыңмы?
Ул болоттарына һыу туплай, Һыуҙың ауырлығына болоттар йыртылмай.
Болоттарҙың нисек йәйелгәнен, Сатырының нисек күкрәгәнен кем белә?
Һис шөбһә юҡ, бер һүҙем дә ялған түгел; Алдығыҙҙа тороусының белеме камил.
Туҡта, тыңла мине, Әйүп, Алланың ғәжәйеп ғәмәлдәре тураһында уйла.
Алла болоттарға йөҙөр өсөн нисек бойорғанын, Улар эсендә йәшендең нисек ялтлағанын беләһеңме?
Көйҙөргөс көньяҡ еле аҫтында ер әлһерәп ятҡан саҡта Кейемеңдә һиңә эҫе –
Хайран ҡалдырырлыҡ итеп күкрәй Алла, Беҙҙең һуш-аҡыл етмәҫлек эштәр ҡыла.
Ул шундай бөйөк ғәмәлдәр ҡыла, Уларға кешенең аҡылы етмәҫлек, Мөғжизәләренең иҫәбе-һаны юҡ.
Раббы Үҙ халҡын бик ныҡ үрсетте, Уны дошмандарынан ҡеүәтле итте.
Аҡ йөн һымаҡ ҡар яуҙыра, Бәҫ ҡундыра гүйә көл шикелле.
Күршеләребеҙ алдында мәсхәрәгә төштөк, Бөтә әйләнә-тирәгә көлкө һәм хур булдыҡ.
Ул күк көмбәҙендә, юғарыла ултыра, Ерҙә йәшәүселәр иһә – сиңерткә кеүек. Ул күкте пәрҙә кеүек киргән, Йәшәү өсөн сатыр итеп ҡорған.