14 Туҡта, тыңла мине, Әйүп, Алланың ғәжәйеп ғәмәлдәре тураһында уйла.
Уның йырҙарҙа маҡталған эштәрен ҙурларға онотма,
Йә кешеләрҙе язалар өсөн, Йәки тупрағын һуғарып, Рәхим-шәфҡәтен күрһәтергә ямғыр күндерә.
Алла болоттарға йөҙөр өсөн нисек бойорғанын, Улар эсендә йәшендең нисек ялтлағанын беләһеңме?
Болоттарҙың ни рәүешле эленеп тороуын, Камил белемгә Эйә булғандың ғәжәйеп эштәрен аңлайһыңмы?
Хайран ҡалдырырлыҡ итеп күкрәй Алла, Беҙҙең һуш-аҡыл етмәҫлек эштәр ҡыла.
Ул шундай бөйөк ғәмәлдәр ҡыла, Уларға кешенең аҡылы етмәҫлек, Мөғжизәләренең иҫәбе-һаны юҡ.
Тоҡомо Ер йөҙөндә ҡеүәт ҡаҙаныр, Намыҫлыларҙың заты фатихаланыр.
Халыҡтарҙың башлыҡтары йыйылған Ибраһим Аллаһының халҡы янына; Сөнки ер йөҙөндәге хакимдар – Алланыҡы. Алла бар нәмәнән юғарыраҡ!
Әммә Муса халыҡҡа: – Ҡурҡмағыҙ! – тине. – Тик кенә тороғоҙ, бөгөн Раббының һеҙҙе нисек ҡотҡарғанын күрерһегеҙ. Әле күргән мысырҙарҙы башҡаса мәңге күрмәҫһегеҙ!
Алланың ғәмәлдәренә күҙ һал: Ул кәкрәйткәнде кем турайта ала?
Ә Раббы – Үҙенең изге ҡорамында. Уның алдында бөтә ер йөҙө тын ҡалһын!