Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйүп 37:13 - Изге Яҙма

13 Йә кешеләрҙе язалар өсөн, Йәки тупрағын һуғарып, Рәхим-шәфҡәтен күрһәтергә ямғыр күндерә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйүп 37:13
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Айяһ ҡыҙы Риспа ҡыл туҡыма алды ла уны шул тау өҫтөндә түшәне. Ураҡҡа төшкәндән алып, күктән ямғырҙар ҡоя башлағансы, ул ошонда ҡалды. Көндөҙ мәйеттәрҙе ҡоштарҙан, ә төндә ҡыр йәнлектәренән һаҡланы.


Шаул менән улы Йонаҫандың һөйәктәрен Бинйәмин ерендәге Селағ тигән урында Шаулдың атаһы Ҡиштың төрбәһендә дәфен ҡылдылар. Батша нисек бойорһа, шулай эшләнеләр. Шунан һуң Алла, исраилдарҙың ялбарыуҙарын ҡабул ҡылып, илде ҡыҙғанды.


Шунан Ильяс Ахавҡа: – Бар, ашап-эсеп ал. Мин ҡойма ямғыр килгәнен ишетәм, – тине.


Ул арала күкте ҡара болот томаланы, көслө ел күтәрелде һәм ҡойоп ямғыр яуа башланы. Ахав, арбаһына ултырып, Изреғилгә ашыҡты.


Йәһүҙә менән Бинйәмин ырыуҙары халҡы өс көн эсендә Йәрүсәлимгә йыйылды. Был туғыҙынсы айҙа, айҙың егерменсе көнөндә булды. Бөтә халыҡ Алла йорто ҡаршыһындағы майҙанда йыйылды, кешеләр хәлдең етдилегенән һәм ҡаты ямғырҙан дер ҡалтырашты.


Шул рәүешле Ул халыҡтарға идара итә, Уларҙы мул ризыҡ менән тәьмин итә.


Туҡта, тыңла мине, Әйүп, Алланың ғәжәйеп ғәмәлдәре тураһында уйла.


Ҡарға: „Ергә яу“, – тип әмер бирә. Ямғырға: „Көслөрәк ҡой“, – тип бойора.


Эй Илаһым, Һин беҙҙе тикшерҙең, Көмөштө таҙартҡан һымаҡ иретеп һынаның.


Эй Сион халҡы, Аллағыҙ Раббыла һөйөнөс-шатлыҡ табығыҙ! Ул һеҙгә игелеккә көҙгө ямғырҙы бирҙе; Элеккесә көҙгө ямғырҙы ла, Яҙғы яуынды ла муллап ебәрҙе.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ