1 Быларҙан минең йөрәгем ҡалтырана, Күкрәгемдән сығырҙай булып тибә.
Уйлаһам, хатта үҙем дә ҡурҡам – Бөтөн тәнем ҡалтырауға ҡала.
Күкрәү Уның хаҡында белдерә, Хатта мал да Уның яҡынлашыуын һиҙә.
Тыңлағыҙ, Алланың тауышын тыңлағыҙ, Ауыҙынан сыҡҡан күкрәүҙе ишетегеҙ!
Шул саҡ Раббы ғәрәсәт эсенән Әйүпкә былай тип яуапланы:
Дәһшәт солғап алды мине, ҡалтырандым, Ҡурҡыу елегемә тиклем үтеп инде.
Сөнки асыуыңдан юҡ булабыҙ, Ярһыуыңдан ҡурҡыуға ҡалабыҙ.
Өсөнсө көндө иртә таңдан күк күкрәп, йәшен йәшнәне, тау өҫтөн ҡуйы болот ҡаплап алды, мөгөҙ борғоноң ҡеүәтле тауышы яңғыраны. Тупламдағы бөтә халыҡ ҡурҡып ҡалтыранды.
Минәнме ҡурҡмайһығыҙ? – тип белдерә Раббы. – Минең алдымдамы ҡалтырамайһығыҙ? Мин диңгеҙгә ҡомдо сик итеп ҡуйҙым, Үтеп булмаҫлыҡ мәңгелек итеп ҡылдым. Тулҡындар ни тиклем ташланһа ла, Шаулап ажғырһа ла, үтә алмаҫ.
Ишеттем дә – йөрәк дөпөлдәне, Тауышыңдан ирен дерелдәне, Һөйәктәрем иреп төштө, Тубыҡтарым ҡалтыраны. Тик беҙгә һөжүм итеүселәргә афәт килгән көндө Мин сабыр ғына көтөрмөн.
Ҡапыл бик ныҡ итеп ер тетрәне, хатта төрмәнең нигеҙе һелкенеп ҡуйҙы. Шул саҡ бөтә ишектәр асылды ла барыһының да аяҡтарындағы сынйырҙар һыпырылып төштө.
Ҡарауылсы ут һорап алды ла бүлмә эсенә йүгереп инде һәм, ҡалтыранып, Паулус менән Силастың алдына йығылды.
Дан хаҡында былай тине: – Дан – Башандан һикереп сыҡҡан бала арыҫлан.