30 Бына Ул тирәһендә йәшен йәшнәтә, Диңгеҙҙең тәрәнлектәрен ҡаплап ҡуя.
Алла: «Күк аҫтындағы һыу бер урынға йыйылһын да, ҡоро тупраҡ күренһен», – тине. Шулай булды.
Болоттарҙың нисек йәйелгәнен, Сатырының нисек күкрәгәнен кем белә?
Шул рәүешле Ул халыҡтарға идара итә, Уларҙы мул ризыҡ менән тәьмин итә.
Кеше аяғы баҫмаған төбәктәрҙе, Һис кем йәшәмәҫ сүлдәрҙе һуғарыу, Буш ятҡан ерҙәрҙе дымға туйындырыу, Тупраҡтан йәш үлән шытып сыҡһын өсөн Ҡойоп яуған ямғырҙарға кем юл һала? Күкрәүле йәшенгә кем юл аса?
Уға йырлағыҙ, көй сығарығыҙ, Бөтә мөғжизәләрен бәйән итегеҙ!
Исраил халҡы диңгеҙ төбөндәге ҡоро ерҙән атланы, һыуҙар уң яҡтан да, һул яҡтан да диуарҙай кәртәләнеп торҙо.
Урынына ҡайтҡан һыуҙар Исраил халҡын диңгеҙ төбөнән баҫтырып барған фирғәүен ғәскәрен – яу арбаларын да, һыбайлыларын да тотош йотто. Уларҙың береһе лә иҫән ҡалманы.
Нисек йәшен йәшнәп, күктең бер ситенән икенсе ситенә саҡлы ут ялтлап китә, Әҙәм Улы Үҙенең көнөндә шулай булыр.