24 Уның йырҙарҙа маҡталған эштәрен ҙурларға онотма,
Уға йырлағыҙ, көй сығарығыҙ, Бөтә мөғжизәләрен бәйән итегеҙ!
Уның ғәмәлдәрен бар кеше күреп тора, Йыраҡтан ғына хайран ҡалып тамаша ҡыла.
Раббы Үҙ халҡын бик ныҡ үрсетте, Уны дошмандарынан ҡеүәтле итте.
Алла Үҙенең мөҡәддәс торлағында былай тине: «Тантана менән Шәхәмде бүлгеләрмен, Суккоҫ үҙәнен үлсәрмен.
Йөрәге тотороҡло, һис ҡурҡыу белмәҫ, Ниһайәт, тиҙҙән дошмандарының еңелгәнен күрер.
Һәр яғымдан мине солғағанһың, Ҡулыңды миңә һалғанһың.
Ул ауаз кедр ағастарын һындыра; Раббы Ливандың кедрҙарын ауҙара.
Тот һөңгөңдө, баҫтырыусыларҙың ҡый юлын; Әйт йәнемә: «Ҡотҡарыусың Мин һинең!»
Эйе, уларҙы тайғаҡҡа баҫтыраһың, Һәләкәткә этеп төшөрәһең.
Шул саҡ Муса һәм Исраил халҡы Раббыға ошо данлау йырын йырланы: «Раббыға дан йырлайым: Ул бөйөк еңеү ҡаҙанды! Аты менән һыбайлыны диңгеҙгә бырғаны.
Раббы Үҙенең ҡөҙрәте менән ерҙе яратты, Аҡылы менән ғаләмде ҡорҙо, Зиһене менән күктәрҙе йәйҙе.
Шуға ла мин, төшөмдө юратыр өсөн, Бабилдың бөтә аҡыл эйәләрен үҙ яныма саҡырырға бойорҙом.
Мәрйәм былай тине: – Күңелем минең Раббыны данлай,
Күҙҙәреңде күккә төбәп, ҡояшты, айҙы һәм йондоҙҙарҙы – барлыҡ күк ғәскәрен – күргәндә, алданма, эйелеп уларға табынма, сөнки Аллаң Раббы уларҙы күк аҫтындағы башҡа халыҡтарға өлөш итеп тәғәйенләне.
Улар Алла ҡоло Мусаның һәм Бәрәстең йырын йырлайҙар ине: – Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла! Һинең эштәрең бөйөк һәм ғәжәп. Халыҡтар Батшаһы, Һинең юлдарың ғәҙел һәм хаҡ.
Шул көндө Девора менән Авиноғам улы Бараҡ ошо йырҙы йырланы: