23 Кем Уға нисек эшләргә кәрәклеген өйрәтер? Кем Уға: „Дөрөҫ эшләмәйһең“, – тип әйтә алыр?
Иң юғарылағыларҙы ла хөкөм ҡылыусы Аллаға Кем аҡыл өйрәтә алыр?
Шуға күрә, аҡылы булғандар, мине тыңлағыҙ: Алла яуызлыҡ ҡылыуҙан алыҫ тора, Ғәҙелһеҙлек сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе өсөн ят.
Ысынлап та, Алла яуызлыҡ эшләмәй, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе ғәҙел хөкөмдө боҙмай.
Барыһын да бергә тупраҡҡа күм, Ер аҫтында йөҙҙәрен ҡапла.
Алла ғәҙелһеҙлек ҡыламы, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе дөрөҫлөктө боҙамы?
Раббының ни уйлағанына кем төшөнгән? Уға кем кәңәшсе булған?
Әммә тиҫкәрелегең һәм тәүбә итергә теләмәгән йөрәгең арҡаһында, Алланың ғәҙел хөкөмө асыҡланған асыу көнөндә башыңа төшәсәк нәфрәтте йыяһың.
Әгәр ҙә ғәҙелһеҙлегебеҙ Алла ғәҙеллеген асығыраҡ күрһәтә икән, ни тип әйтербеҙ? Алла асыуын яуҙырһа, Ул ғәҙел булмай сығамы? (Мин әҙәмсә фекер йөрөтөп әйтәм.)
Ни тиергә һуң? Алла ғәҙел түгелме ни? Юҡ, әлбиттә!
Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Раббыға кәңәш биреү өсөн Уның ни уйлағанына кем төшөнгән?» Беҙ иһә Мәсих аңына эйәбеҙ, шуға күрә төшөнәбеҙ.
Барыһын да Үҙ ниәте һәм ихтыяры менән эшләүсе Алла, Үҙенең маҡсаты буйынса алдан билдәләп, беҙҙе Мәсихтә Үҙе вәғәҙә иткәнде алыусылар итте.
Ул – Ҡая! Эштәре камил, Уның бөтә юлдары ла ғәҙел. Алла тоғро, Унда һис юҡ ялған. Ул хаҡ һәм ғәҙел.