Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйүп 36:22 - Изге Яҙма

22 Ҡара, Алланың ҡеүәте ни ҡәҙәрле бөйөк; Бармы тағы Уның һымаҡ остаз?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйүп 36:22
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Иң юғарылағыларҙы ла хөкөм ҡылыусы Аллаға Кем аҡыл өйрәтә алыр?


«Аллала – хакимлыҡ менән дәһшәт. Ул Үҙ юғарылығында именлекте бар ҡыла.


Әммә һиңә шуны әйтәм: Был йәһәттән һин хаҡлы түгелһең, Сөнки Алла кешенән бөйөк.


Беҙгә ерҙәге йәнлектәргә ҡарағанда күберәк зиһен биргән, Һауалағы ҡоштарға ҡарағанда аҡыллыраҡ иткән Яратыусыбыҙ ҡайҙа?“ – тип әйтмәҫ.


Ямандарҙың йыйынына нәфрәт тотам, Залимдар араһына инмәнем.


Эй Яҡуп Аллаһы! Һинең дәһшәтле ауазыңдан Яу арбаларын йөрөтөүселәр, Аттары менән бергә йығылып, мәңгегә тынды.


Ҡырҡ йыл буйы ул быуындан йөҙ борҙом Мин. Әйттем: «Улар – күңелдәре аҙашҡан бер халыҡ, Юлдарымды танымайҙар».


Раббы яуыздарҙың күҫәген, Хакимдарҙың таяғын һындырҙы!


Раббы, Ҡотҡарыусың, Исраилдың Изгеһе былай ти: «Мин – Раббы, һинең Аллаң, Һиңә файҙа булғанды өйрәтеүсемен, Бараһы юлыңда етәкләйем.


Бөтә балаларыңды Мин, Раббы, өйрәтәсәкмен, Улар камил бер именлек эсендә йәшәр.


– Бына, шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – Йәрүсәлим ҡалаһы Хананил манараһынан башлап Мөйөш ҡапҡаһына тиклем Минең өсөн яңынан төҙөлөр.


Навуходоносор батшаға әйтелгәндәрҙең барыһы ла ғәмәлгә ашты.


Ер йөҙөндә йәшәүселәр Уға бер ни түгел; Күк көстәре һәм ер мәхлүктәре менән Үҙе теләгәнсә эш итә Ул. Һис кем уның ҡулын туҡтата алмаҫ, Бер кем Уға: «Ни эшләүең был?» – ти әйтә алмаҫ.


– Эй батша! Һинең атайың Навуходоносорға Юғарыларҙан Юғары Алла батшалыҡ, бөйөклөк, дан һәм хөрмәт биргән.


Ул хакимдарҙы тәхеттәренән төшөрҙө, түбәнһетелгәндәрҙе күтәрҙе.


Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларында: «Һәммәһе лә Алла тарафынан өйрәтеләсәк», – тиелгән. Атамды тыңлаған һәм Унан өйрәнгән һәр кем Миңә килә.


Һәр кем хакимлыҡ иткән етәкселәргә буйһонһон, сөнки Алла урынлаштырған хакимлыҡтан башҡа хакимлыҡ юҡ. Ғәмәлдәге хакимлыҡтар Алла тарафынан урынлаштырылған.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ