18 Һаҡ бул, байлыҡ башыңды әйләндермәһен, Мул ришүәт үҙеңде юлдан яҙҙырмаһын.
Уға мәрхәмәт күрһәтеп, Алланан: „Уны ҡәбергә төшөүҙән ҡотҡар, Уның өсөн түләргә йолом таптым“, – тип һорар.
Бар байлығың менән тырышлығың Һине бәләнән йолоп ала алырмы?
Үҙенән ҡурҡҡандарға ризыҡ бирә, Килешеүен мәңге иҫтә тота.
Үбегеҙ Уның улын, юҡһа Ул асыуланыр; Тотҡан юлығыҙҙа һәләк булырһығыҙ, Сөнки ярһыуы тиҙ ялҡынланыр. Уға һыйынғандар һәммәһе бәхетле!
Унан асыуланып әйтер, Ярһыуы менән ҡурҡыуға һалыр.
Оло йыйында һөйөнсөләнем хаҡлығыңды, Ауыҙ йомоп торманым, беләһең, Раббы.
Ҡотороноп, ул таяҡ халыҡтарҙы туҡтауһыҙ туҡмай, Ярһып, ҡәүемдәрҙе аяу белмәй иҙә, Рәхимһеҙ эҙәрләй ине.
– Эй әҙәм улы, бер ауырыу ебәреп, күҙҙәреңдең ҡыуанысын тартып аласаҡмын. Әммә һыҡтама, илама, күҙҙәреңдең йәше түгелмәһен.
– Асыуланып яҡшы эшләйем тиһеңме? – тип һораны Раббы.
– Үҫемлек арҡаһында шулай асыуландыңмы? – тип һораны Алла Юныстан. – Эйе, – тине Юныс. – Үлем сигенә етерлек асыуландым.
Ул, күп кенә фарисейҙарҙың һәм саддукейҙарҙың һыуға сумдырылырға тип килгәнен күреп, уларға былай тине: – Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Кем һеҙгә Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡасып ҡала алырһығыҙ тип әйтте?
Яманлыҡ ҡылып хәҡиҡәткә ҡаршы торорға теләгән кешеләрҙең һәр төрлө хаҡһыҙлығына һәм яуызлығына Алла күктән асыуын күрһәтә бара.
Әммә тиҫкәрелегең һәм тәүбә итергә теләмәгән йөрәгең арҡаһында, Алланың ғәҙел хөкөмө асыҡланған асыу көнөндә башыңа төшәсәк нәфрәтте йыяһың.
Бер кем дә буш һүҙҙәр менән башығыҙҙы бутамаһын, сөнки улар өсөн тыңлауһыҙ кешеләргә Алланың асыуы төшә лә инде.
Ул бөтә кешеләрҙе ҡотҡарыу хаҡын Үҙ ғүмере менән түләне. Быға Алла тарафынан билдәләнгән ваҡытта шаһитлыҡ бирелде.
Әгәр ошондай бөйөк ҡотҡарылыу менән иҫәпләшмәйбеҙ икән, әле килеп язаны нисек урап үтә алырбыҙ? Был ҡотҡарылыу тураһында бит тәүләп Раббы Үҙе асып һалды һәм Уның әйткәндәрен ишеткән кешеләр беҙгә быны раҫланы.