16 Һине лә хәсрәт тырнағынан ҡотҡарыр, Ҡыҫындан иркенлеккә сығарыр ине, Өҫтәлең һый менән тулы булыр ине.
Әллә һиңә Алланың биргән йыуаныстары, Әйткән яғымлы һүҙҙәре аҙ булдымы?
Юлдарымды ҡамаланы, үтә алмайым, Һуҡмағымды ҡараңғылыҡ менән томаланы.
Алла нәсихәт биргәндәр ни ҡәҙәр бәхетле! Һин сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең тәрбиәһенән баш тартма.
Ҡағиҙәләреңә тоғро ҡалыр өсөн Тотҡан юлымда тәүәккәл булһам ине!
Ул Раббының бәрәкәтен алыр, Ҡотҡарыусыһы Аллала аҡлау табыр.
Раббы әйтә: «Һиңә аҡыл өйрәтермен, Барыр юлыңды Мин күрһәтермен, Өгөт-нәсихәтемде бирермен, Күҙем һәр саҡ һиндә булыр».
Асыуыңдан тыйыл, ярһыуыңды ташла, Көнсөл булма – улар әҙәмде яҡшыға илтмәй.
Ғәйепһеҙ кешегә боҫҡон ҡорған ерҙәренән Көтмәгәндә атырҙар – ҡурҡып тормаҫтар.
Бер-береһен яуызлыҡҡа ҡоторталар, Йәшерен тоҙаҡ ҡорорға һүҙ ҡуялар, «Уны кем күрһен?» – тип һөйләшәләр.
Күк ғәскәрҙәре Раббыһы был тауҙа Бар халыҡтар өсөн затлы ризыҡтарҙан, Затлы шараптарҙан табын ҡорор. Унда туҡлыҡлы ризыҡтар, һөҙөлгән шарап булыр.
Ризыҡ булмаған нәмәгә ни өсөн аҡса сарыф итергә? Эшләп тапҡанығыҙҙы ни өсөн Тамаҡ туйҙырмаған нәмәгә әрәмләргә? Мине диҡҡәт менән тыңлағыҙ: Иң затлы ризыҡты ауыҙ итерһегеҙ, Һыйлы аҙыҡҡа ләззәтләнерһегеҙ.
Инде Мин уны, әүрәтеп, сүлгә алып китермен дә, Күңеленә үтерлек һүҙҙәр һөйләрмен.