10 Нәсихәтен ишеттерер өсөн ҡолаҡтарын асыр, Яуыз юлдарын ташларға бойорор.
Раббы Исраил һәм Йәһүҙә халҡын бөтә пәйғәмбәрҙәре һәм әүлиәләре аша киҫәтеп: «Яман юлдарығыҙҙы ташлағыҙ, ата-бабаларығыҙға биргән һәм ҡолдарым пәйғәмбәрҙәр аша һеҙгә еткергән ҡанунымдағы бойороҡ-ҡағиҙәләремде үтәгеҙ», – тине.
Әммә Алла ғазапланғандарҙы ғазап аша ҡотҡарыр, Иҙелгәндәрҙең ҡолағын бәлә менән асыр.
Боҙоҡлоҡ юлына ҡайырылыуҙан һаҡлан, Ғазаптар һиңә бит бушҡа бирелмәгән.
Дошмандарым яманлыҡ теләйҙәр: «Ҡасан дөмөгөр, исеме ҡасан юҡҡа сығыр?» – тиҙәр.
Раббы, Ҡотҡарыусың, Исраилдың Изгеһе былай ти: «Мин – Раббы, һинең Аллаң, Һиңә файҙа булғанды өйрәтеүсемен, Бараһы юлыңда етәкләйем.
Һин ишетмәнең дә, белмәнең дә. Әүәлдән ҡолағың томаланған. Мин һинең хыянатсыл икәнеңде беләм; Әсә ҡарынында саҡтан фетнәсе тип аталғанһың.
Раббы Хаким ҡолағымды асты, Ҡаршылашманым, артҡа сикмәнем.
Самария ғәйебенә күрә язаһын күтәрер, Сөнки Аллаһына ҡаршы баш күтәрҙе: Уның халҡы ҡылыстан һәләк булыр, Сабыйҙары киҫәктәргә тураҡланыр, Йөклө бисәләрҙең ҡорһаҡтары бүҫелер.
Кешеләр ҙә, мал да, ҡыл туҡыма ябынып, бар көсөнә Аллаға ялбарһын. Һәр кем яман юлдан тайпылһын, золом ҡылыуҙан туҡтаһын.
Инде һин, Йәрүсәлим, Минән ҡурҡырһың, Ниһайәт үҙеңә һабаҡ алырһың, тип уйлағайным. Шул сағында йәшәгән урының имен булыр, Минең язаларым урап үтер ине. Әммә һеҙ бары яуызлыҡ ҡына эшләнегеҙ».
Ихлас тәүбә итеүегеҙҙе эш менән күрһәтегеҙ!
Араларында Түәтейра ҡалаһынан килгән, ҡуйы-ҡыҙыл төҫтәге ҡыйбатлы туҡымалар һатҡан Лидиә исемле бер ҡатын бар ине. Аллаға хөрмәт күрһәтеп йәшәгән был ҡатын Паулус һөйләгән һүҙҙәрҙе аңлаһын тип, Раббы уның йөрәген асты.
Шулай итеп, хәҡиҡәтте белмәйенсә йәшәгән замандарҙы Алла ғәйеп итмәне, ләкин хәҙер Ул бөтә ерҙә бар халыҡҡа тәүбә итергә бойора.
Ә һеҙ, гонаһтарығыҙ юйылһын өсөн, тәүбә итегеҙ һәм Аллаға табан боролоғоҙ.
Аллаға яҡынлашығыҙ, һәм Ул һеҙгә яҡынлашыр. Гонаһлылар, ҡулдарығыҙҙы таҙартығыҙ, ике йөҙлөләр, йөрәктәрегеҙҙе сафландырығыҙ.