6 Гонаһ ҡылһаң, уның Аллаға ниндәй зыяны тейә? Енәйәттәреңде арттырыуҙан, Уға нимә була?
Әгәр гонаһ ҡылған булһам, Эй әҙәм затының Күҙәтсеһе, Һиңә минең ни зыяным тейҙе? Ниңә мине Үҙеңә сәп итеп алдың? Ни өсөн Һиңә ауыр йөк булдым?
Мине ысҡындырған үҙенә зыян ҡыла, мине күрә алмағандар үлемде үҙ итә».
Аҡыллы булһаң – аҡылың үҙеңә хеҙмәт итер, кеше мәсхәрәләргә яратһаң – зарары үҙеңә булыр.
Тик улар Мине кәмһетәме ни? – тип белдерә Раббы. – Үҙҙәренә зыян килтерәләр, үҙҙәрен оятҡа ҡалдыралар. –