5 Әйүп әйтте: „Мин – ғәйепһеҙ, Алла иһә мине хаҡ хөкөмдән мәхрүм итте.
Һин бит беләһең ғәйепһеҙ икәнемде, Һинең ҡулыңдан ҡотҡара алыусы юҡлығын да беләһең.
Аллаға: „Инанысым дөрөҫ, Һинең күҙеңдә мин пакмын“, – тиһең.
Ҡарағыҙ, дәғүәләшергә әҙерләндем. Хаҡлыҡ яуларымды мин беләм.
Ә бит ҡулдарымда яуызлыҡ юҡ, Ҡылған доғаларым ысын күңелдән, пак.
Мин: „Яуызлыҡ!“ – тип ҡысҡырам – яуап юҡ, Ярҙам һорап ялбарам – ғәҙеллек тапмайым.
«Хаҡ хөкөмдән мине мәхрүм иткән Алла, Миңә хәсрәт сиктергән сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Үҙе шаһит:
Тәҡүәлеккә кейем һымаҡ уранғайным, Ғәҙеллек – өҫтөмдәге сапаным менән сәлләм булды.
Ахыр сиктә был өс кеше бәхәсләшеүҙән туҡтаны, сөнки Әйүп үҙенең хаҡлығына шикләнмәй ине.
„Пакмын, гонаһ юҡ миндә; Сафмын, ғәйепһеҙмен.
Әйҙә, нимәнең дөрөҫ икәнен һайлайыҡ, Нимә яҡшы икәнен бергәләп өйрәнәйек.
Яуызлыҡҡа юл ҡуймаҫ өсөн кире уйлағыҙ! Аңлағыҙ, әлегә хаҡлыҡ минең яҡта.
Алла ғәҙелһеҙлек ҡыламы, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе дөрөҫлөктө боҙамы?
Ғәрәсәт булып өҫтөмә ябырыла, Ғәйепһеҙгә яраларымды арттыра.
Эй Яҡуп нәҫеле, ни өсөн һин: «Раббы башыма төшкәнде белмәй», – тиһең? Эй Исраил халҡы, ниңә: «Аллам минең дәғүәмде онотҡан», – тип әйтәһең?