36 Яуыздар һымаҡ һөйләгән өсөн, Әйүп тулыһынса һыналырға тейеш.
Юлбаҫарҙың сатырында – муллыҡ, Алланың асыуына тейгәндәр имен йәшәй, Гүйә улар Алланы ҡулында күтәреп йөрөтә.
Ни өсөн яуыздар йәшәй, Өлкәнәйгән һайын ҡеүәттәре арта бара?
Һин дә тотмаҡсыһыңмы залимдар һалған иҫке юлды?
Алла бар тәҡәтемде ҡоротто, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе ҡотомдо алып бөттө.
Ни өсөн сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Хөкөм өсөн ваҡыт билдәләмәй? Ни өсөн Алланы танығандар Уның залимдарға ҡаршы булғанын һис күрмәй?
Сөнки гонаһына фетнәселлеген дә өҫтәй, Мыҫҡыл итеп, ҡул сабып ултыра, Аллаға ҡаршы хәбәрен тағы ла арттыра».
Раббы – ҡаям минең, ҡәлғәм, йолоп алыусым; Аллам – ҡаям һәм мин Унда ышыҡ табам; Ул – ҡалҡаным, ҡотҡарыусы ҡөҙрәтем, һыйынысым!
Йотмаҡ булып ташланған яуыздар – Күрә алмаусылар, дошмандарым – абынып ергә ауасаҡ.
Түҙемлек кисергәндәрҙе беҙ бәхетле тип атайбыҙ. Һеҙ Әйүптең түҙемлеге тураһында ишеттегеҙ, аҙаҡ Раббының уға ҡылған яҡшылығын күрҙегеҙ, сөнки Раббы ғәйәт шәфҡәтле һәм рәхимле.