Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйүп 34:32 - Изге Яҙма

32 Күрмәгәнемде һин миңә күрһәт, Яманлыҡ эшләгән булһам, бүтән ҡабатламам“.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйүп 34:32
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йәһүҙә үҙенең әйберҙәрен таныны. – Киленем минән хаҡлыраҡ, – тине. – Мин улым Шеланы уға өйләндермәгәйнем. Йәһүҙә башҡаса уның менән яҡынлыҡ ҡылманы.


Аллаға әйтермен: мине хөкөм итергә ашыҡма, Аңлат миңә, Һин мине нимәлә ғәйепләйһең?


Һуңынан ул кешеләр алдына баҫып йырлар: „Гонаһ эшләп тоғро юлдан яҙғайным, Әммә Алла мин лайыҡ булған язаны бирмәне.


Әйтәйек, берәү Аллаға: „Яңылышҡанмын, башҡаса яуызлыҡ ҡылмам, – тиһә, –


Беҙгә ерҙәге йәнлектәргә ҡарағанда күберәк зиһен биргән, Һауалағы ҡоштарға ҡарағанда аҡыллыраҡ иткән Яратыусыбыҙ ҡайҙа?“ – тип әйтмәҫ.


Бөтөн донъя тетрәнһен Раббынан, Ер йөҙөндә йәшәгәндәр Уның алдында ҡалтырап торһон.


Гонаһын йәшергән кеше яҡшылыҡ көтә алмаҫ, уны танып, ваз кискән мәрхәмәт табыр.


Мин иғтибар менән тыңлап торҙом: Улар дөрөҫөн һөйләмәй. Һис кем: „Нишләнем мин?“ – тимәй, Яуызлыҡ ҡылғанына үкенмәй. Күҙе тоноп, яуға йомолған ат һымаҡ Һәр береһе үҙ юлынан саба бирә.


Күләгәһендә көн күргәндәр әйләнеп ҡайтыр, Иген игер, йөҙөм ағасындай сәскә атыр, Дандары Ливан шарабыныҡы һымаҡ булыр.


Билғам Раббы фәрештәһенә былай тине: – Гонаһлымын, юлымда мине туҡтатырға теләп һин торғанды белмәнем. Әгәр һин хуп күрмәйһең икән, кире ҡайтам.


Алдатҡыс нәфсе менән мауығып, аҙғынлыҡ юлынан барған элекке кешенең бығаса алып барған йәшәү рәүешенән баш тартып,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ