27 Сөнки Уның юлынан тайпылдылар, Уның һуҡмаҡтарын уйламанылар.
Ремалъяһ улы Пеҡах батша бер көндә Йәһүҙәнең йөҙ егерме мең яугирен ҡырып һала, сөнки улар ата-бабаларының Аллаһы Раббыны ташлаған була.
Ә бит Аллаға: „Кит беҙҙән, – тиҙәр. – Һинеңсә йәшәргә теләмәйбеҙ.
Күҙ йәше менән орлоҡ сәскәндәр Шатланышып уңыш урыр;
Ул ауаз кедр ағастарын һындыра; Раббы Ливандың кедрҙарын ауҙара.
Тоғро юлды ташлағанды ҡаты яза көтөр, шелтә һүҙгә нәфрәтләнгән – һәләк булыр.
Фетнәсе менән гонаһлылар бергә ҡырылыр, Раббынан ваз кискәндәр юҡҡа сығыр.
Үгеҙ – үҙенең хужаһын, Ишәк эйәһенең утлыҡсаһын белә. Бары тик Исраил белмәй, Минең халҡым аңламай».
Уларҙың мәжлестәрендә Арфа, лира, дөңгөр, флейта тауыштары! Шарап аға йылға булып! Раббының ғәмәлдәрендә эштәре юҡ, Уның ҡылғандарын күрмәйҙәр.
Үҙеңде етәкләп барған Аллаң Раббыны ташлауың менән Үҙ башыңа быларҙы килтерҙең түгелме?
Раббыға эйәреүҙән баш тартҡан, Уны эҙләмәгән, Уға ынтылмағандарҙы юҡ итәм».
Әммә Паулус тапшырылған эште атҡарып сығырға ярҙам итергә теләмәйенсә Памфулияла уларҙы ташлап киткән Яхъяны алырға ризалашманы.
сөнки Демас, был донъяны өҫтөн күреп, мине ташлап, Тессалоникеға юлланды, Крескес – Галатияға, Титус Далматиәгә китте,
Беҙ имандан сигенеп һәләк булыусыларҙан түгел, беҙ – иманыбыҙға тоғро ҡалған һәм йәнен һаҡлап алып ҡалған кешеләрбеҙ.
– Шаулды батша итеп ҡуйғаныма үкенәм. Сөнки ул Минән ситкә боролдо, бойороғомдо еренә еткереп үтәмәне. Шемуил борсоуға ҡалды һәм төнө буйы Раббыға ялбарып доға ҡылды.