26 Һәммәһең күҙ алдында Яуызлыҡтары өсөн уларға яза бирә.
Ул залимдарҙың йәшәүенә юл ҡуймаҫ, Иҙелгәндәргә ғәҙеллек бирер.
Әйтер улар: «Телебеҙ менән еңәбеҙ! Ауыҙ үҙебеҙҙеке – кем хужа беҙгә?»
Сөнки Һин хөкөм ҡылдың, дәғүәмде ҡараның; Ғәҙел хөкөмдар булып тәхетеңдә ултырҙың.
Раббы ул көндө Исраил халҡын мысырҙар ҡулынан ҡотҡарҙы. Исраилдар яр буйында мысырҙарҙың мәйеттәрен күрҙе.
Фетнәсе менән гонаһлылар бергә ҡырылыр, Раббынан ваз кискәндәр юҡҡа сығыр.
Янымдан киткән саҡта улар Миңә ҡаршы баш күтәргәндәрҙең мәйеттәрен күрер. Мәйеттәрҙе кимергән ҡорттар үлмәҫ, уларҙы яндырған ут һис ҡасан һүнмәҫ. Бөтә кешеләр уларға ерәнеп ҡарар».
Өйҙәреңде үртәрҙәр, һине бик күп ҡатындар алдында язаларҙар. Мин һинең фәхешлегеңә сик ҡуясаҡмын, башҡаса уйнаштарыңа бүләк өләшмәҫһең.
Был осраҡта ҡаланың бөтә ирҙәре уны таш бәреп үлтерһен. Арағыҙҙан яуызлыҡты шул рәүешле тамырынан йолҡоп ташла. Бөтә исраилдар ҙа был хаҡта ишетеп ҡурҡыр.
Гонаһ ҡылғандарҙы иһә, башҡаларҙа ла ҡурҡыу тыуһын өсөн, бөтәһе алдында шелтәлә.
Әйтергә кәрәк, бәғзеләрҙең гонаһтары хөкөм көнөнә тиклем билдәле инде, башҡаларҙыҡы иһә һуңғараҡ асылыр.
Эй күк, уның хәленә ҡыуан, изгеләр, илселәр, пәйғәмбәрҙәр, шатланығыҙ, сөнки һеҙҙе ҡала нисек хөкөм итһә, Алла уны шулай хөкөм итте.