Әгәр берәй ир икенсе кешенең ҡоло булған ҡатын менән яҡынлыҡ ҡылһа, ә ҡолиә йәрәшелгән булһа, әммә уның өсөн әлегә йолом түләнмәгән йәки ул азат ителмәгән булһа, ир кеше килтерелгән зыянды ҡаплаһын. Улар үлемгә тарттырылмаһын, сөнки ҡатын ирекле түгел.