21 Алла кешенең тотҡан юлынан күҙен алмай; Уның һәр аҙымын күреп тора –
Үҙе менән һөйләшкән Раббыны Хәжәр: «Һин – Эл-Рои» – тип атаны. Сөнки: «Ысынлап та әле мине Күреүсене күрҙемме икән?» – тине.
Раббы ер йөҙөндәге бар нәмәне күҙәтеп тора, Үҙенә тоғроларға көс-ҡеүәт бирә. Һин алйоттарса эш иттең. Бынан һуң башың һуғыштан сыҡмаясаҡ.
Әллә Һинең дә күҙҙәрең әҙәм балаһыныҡы һымаҡмы? Кеше нисек күрә, Һин дә шулай күрәһеңме?
Ул алдаҡсыларҙы таный: Яуызлыҡты күрә тороп күҙ йомормо?
Асылда был минең ҡотолоуым булыр, Сөнки Аллаға инанысы булмаған әҙәм Уның хозурына килмәҫ ине.
Ул ваҡытта аҙымымды һанаһаң да, Гонаһтарымды эҙләмәҫ инең.
Ә Алла уларға ла форсат бирер – Имен-аман йәшәһендәр, Тик йөрөгән юлдарын күҙәтеп торор.
Алла минең йөрөгән юлдарымды күрмәй, Баҫҡан аҙымды һанап тормаймы ни?
Яуызлыҡтан тайпылһын, яҡшылыҡ ҡылһын; Тыныслыҡ эҙләһен, шуға ынтылһын.
Әммә мин абынғас, улар ҡыуандылар, Өймәкләшеп ҡаршы тупландылар. Юлбаҫарҙар абайламаҫтан төртөп йығып, Туҡтауһыҙ йолҡҡоланылар.
Раббы күҙе һәр тарафҡа барып етә: ул яҡшыһын да, яманын да күреп тора.
Кешенең юлы Раббының күҙ алдында, уның һәр аҙымын үлсәй Раббы!
Мин уларҙың бөтә ҡылғандарын күреп торам. Улар Минән йәшенә алмай – енәйәттәре күҙ алдымда.
Мин, Раббы, кешенең йөрәген беләм, Кешенең булмышын һынайым. Һәр кемгә ҡыуған юлына күрә, Эшенең емешенә ҡарап әжерен бирәм.
Берәйһе Мин күрмәҫлек урынға боҫа аламы? Күк менән ер тултырып торған Мин түгелме ни?» – тип белдерә Раббы.
Кәңәштәрең ниндәй бөйөк, ғәмәлдәрең ни ҡәҙәр ҡөҙрәтле! Күҙҙәрең әҙәм балаларының барлыҡ эштәрен күҙәтеп тора. Һәр кемгә ҡыуған юлы һәм ҡылған ғәмәлдәренә күрә әжерен бирәһең.
Раббы Хаким Үҙ ҡарашын Гонаһлы батшалыҡҡа йүнәлтте: «Мин уны ер йөҙөнән юҡ итәм, Ләкин Яҡуп нәҫелен тотош юҡ итмәйәсәкмен. – Раббы шулай тип белдерә. –