Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйүп 34:20 - Изге Яҙма

20 Улар ҡапылдан, төн уртаһында үлеп китә; Халыҡтар болғаныша ла юҡҡа сыға; Көслөләр ҙә һис кем ҡағылмаҫтан ғәйеп була.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйүп 34:20
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡаһиндарҙы ялан аяҡ ҡыуалар, Аяҡта ныҡ баҫып торғандарҙы алып ырғытыр.


Дәһшәт уны ташҡын һымаҡ баҫыр, Төндә дауыл өйөрөлтөп китер.


Сөнки уларҙың эштәрен белеп тора, Бер төндә емереп, һепереп түгә.


Халыҡтарҙың ер йөҙөнән Юҡ ителәсәк төнөн теләмә.


Күгәрсенеңдең йәнен йыртҡыстарға бирмә, Фәҡирҙәреңдең хәлен мәңге онотма.


Шулай булғас, был гонаһ һеҙҙең өсөн Бейек диуарҙағы ярыҡ һымаҡ булыр. Диуар бер мәл күҙ асып йомған арала ишелеп төшөр.


Раббы фәрештәһе килеп, ашшурҙарҙың тупламында йөҙ ҙә һикһән биш мең кешене үлтерҙе. Иртәнсәк тороп ҡараһалар, барыһы ла үлеп ята.


Бер көндө, үҙ илаһы Нисрохтың ҡорамында табынған сағында, улдары Адраммәләх һәм Саресер уны ҡылыс менән сәнсеп үлтерҙе һәм Арарат еренә ҡасты. Санхерив урынына улы Эсар-Хаддон батша булды.


Түрәләрҙе Ул юҡҡа сығара, Донъя хакимдарын бушҡа әйләндерә.


Һин шулай ҡарап торғанда, ҡайҙандыр үҙенән-үҙе, кеше ҡулы теймәйенсә бер таш, кителеп төшөп, һәйкәлдең тимер һәм балсыҡтан булған аяҡтарына бәрелде, уларҙы селпәрәмә килтерҙе.


Шул уҡ төндө Халдей батшаһы Белшассар үлтерелде.


Хәйләкәрлеге арҡаһында Мәкерле эштәрендә уңыш ҡаҙаныр, Үҙен бөйөктәргә тиңләр. Көтмәгәндә ул күптәрҙе харап итер, Хакимдарҙың Хакимына ҡаршы күтәрелер. Ләкин ул һәләк ителер – әммә кеше ҡулынан түгел.


– Раббының Зеруббавелға һүҙе былай: «Көс менән дә түгел, ҡеүәт менән дә түгел, бары Минең Рухым менән уңыш ҡаҙанырһың. Шулай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.


Төн уртаһында: «Кейәү килә, уны ҡаршыларға сығығыҙ!» – тип ҡысҡырған тауыш ишетелгән.


Әммә Алла уға: «Аҡылһыҙ! Ошо төндә йәнеңде кире аласаҡтар, йыйған байлығың кемгә ҡалыр һуң?» – тигән.


Һируд Алланы дан-шөһрәткә күммәгән өсөн Раббының бер фәрештәһе ҡапыл уға килтереп һуҡты. Эсенән ҡорттар ашап, Һируд йән бирҙе.


сөнки һеҙ Раббы көнөнөң, төндә ингән ҡараҡ кеүек, көтмәгәндә етәсәген яҡшы беләһегеҙ.


Ялған өйрәтеүселәр, ҡомһоҙланып, үҙҙәре уйлап сығарған өйрәтеүҙәре ярҙамында һеҙҙең иҫәпкә байлыҡ туплар. Улар өҫтөнән күптән инде хөкөм тора, уларҙың һәләкәте ҡотолғоһоҙ.


Тере Раббы шаһит! Раббы уны үҙе язалар. Бәлки, көнө еткәс, ул үҙе үлер. Бәлки, яуҙа йығылыр ҙа юҡҡа сығыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ