19 Түрәләрҙе айырып ҡарамай, Байҙы ярлынан өҫтөн күрмәй. Сөнки һәммәһен дә Ул Үҙе бар ҡылды.
Алланан ҡурҡығыҙ, алдығыҙҙы-артығыҙҙы ҡарап йөрөгөҙ, сөнки Аллабыҙ Раббыға ялғанлау ҙа, кеше айырыу ҙа, ришүәтселек тә хас түгел.
Мине ҡыйырһытыуҙан Һиңә бер файҙа бармы? Үҙ ҡулдарың менән яратҡанды кире ҡағып, Яуыздарҙың мәкерле ниәтен хуплау – Шулай Һиңә яҡшы тойоламы?
Ҡаһиндарҙы ялан аяҡ ҡыуалар, Аяҡта ныҡ баҫып торғандарҙы алып ырғытыр.
Аҫыл заттарҙы мәсхәрәгә төшөрөр, Көслөләрҙең ҡайышын систерер.
Аҫтыртын ғына бер яҡты яҡлаһағыҙ, Ул, һис шикһеҙ, фашлаясаҡ.
Йәнәһе лә, Уны яҡлашыуығыҙмы? Уның яҡлы булып тартышыуығыҙмы?
Мине әсәм ҡарынында яратҡан Алла, Уларҙы ла яратмағанмы ни? Беҙгә рәүеш биргән дә Ул түгелме?
Бер кемде лә яҡламайым, Һис кемгә ярарға тырышмайым.
Ул батшаға: „Һин – йүнһеҙ!“ – ти, Затлыларҙы яуыз тип атай,
Бар байлығың менән тырышлығың Һине бәләнән йолоп ала алырмы?
Раббыға йәнегеҙ өсөн йолом аҡсаһы итеп ошо саҙаҡаны килтергәндә, бай ярты шекелдән күп, ә ярлы ярты шекелдән кәм бирмәһен.
Ярлыны рәнйеткән – уның Яратыусыһын хурлаған, хәйерсене хәстәрләгән – Раббыны данлаған.
Бай һәм ярлы йәнәш баҫыр – һәр ҡайһыһын Раббы яратҡан.
Ер бөтә кешеләргә лә ярҙам итә, хатта батша ла баҫыуҙан алынған уңыш иҫәбенә йәшәй.
Раббы Үҙ халҡының аҡһаҡалдарын, Түрәләрен яуапҡа тарттыра: «Йөҙөм баҡсаһын һеҙ бөлдөрҙөгөҙ, Өйөгөҙ тулы ярлыларҙан талап алған мал.
Хөкөм сығарғанда хаҡһыҙлыҡ ҡылма: ярлыға өҫтөнлөк бирмә, байға ярарға тырышма, яҡыныңды ғәҙел хөкөм ит.
– Алланың ысынлап та барыһына ла тигеҙ ҡарағанын мин хәҙер аңлайым, – тип һүҙен башланы Петрус. –
Сөнки Алла алдында барыһы ла бер тигеҙ.
Береһе лә Алла алдында маҡтанмаһын өсөн, донъяла мөһим һаналғандарҙы хур итер өсөн, Ул донъяның әһәмиәтһеҙ тип иҫәпләнгәндәрен һәм кәмһетелгәндәрен һайлап алды.
Абруйлы кешеләр ҙә – ә уларҙың ниндәй булыуы минең өсөн мөһим түгел: Алла кешенең кемлегенә ҡарамай – һөйләгәндәремә ни ҙә булһа өҫтәүемде талап итмәне.
Һеҙ ҙә, хужалар, ҡолдарға ҡарата шундай уҡ мөғәмәләлә булығыҙ, янауҙарҙан тыйылығыҙ. Һеҙҙең дә, уларҙың да Хужаһы күктә булыуын беләһегеҙ, ә Уның өсөн бөтөнөһө лә бер тигеҙ.
Сөнки Аллағыҙ Раббы – ул аллаларҙың Аллаһы, хакимдар Хакимы, бөйөк, ҡөҙрәтле һәм дәһшәтле Алла. Ул кемдең кем икәненә ҡарамай, ришүәт тә алмай.
Дөрөҫ эшләмәүселәр ҡылған хаҡһыҙлығы өсөн тейешен аласаҡ, Раббы алдында бөтәһе лә бер тигеҙ.
Беҙгә ҡаҡшамаҫ батшалыҡ бирелә, шуға күрә рәхмәтле булайыҡ, ихтирам һәм ҡурҡыу менән Алла хуш күрерлек итеп башыбыҙҙы эйәйек һәм Уға хеҙмәт итәйек,
Тыңлағыҙ әле, ҡәҙерле имандаштарым: Алла, Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткәнсә, улар имандары менән бай булһындар һәм батшалыҡҡа эйә булһындар өсөн, донъя күҙендә ярлы булып күренгәндәрҙе һайлап алманымы ни?
Һәр кемде эшенә ҡарап тигеҙ күргән Хөкөм итеүсене доға ҡылғанда Атам тип атайһығыҙ икән, был донъяла мосафир булып йәшәгән саҡта ғүмер юлығыҙҙы ҡурҡыу ҡатыш хөрмәт менән үтегеҙ.