17 Ғәҙеллектең дошманы идара итә аламы? Хаҡлыҡ һәм ҡөҙрәт Эйәһен хөкөм итмәксеһеңме?
Бының булыуы мөмкин түгел! Һин улай эшләмәҫһең: тәҡүәләрҙе яуыздар менән бергә һәләк итмәҫһең, яуыз кеше лә, тәҡүә лә бер үк яҙмышҡа дусар булмаҫ бит инде? Бының булыуы мөмкин түгел! Бөтә ерҙең Хөкөмдары хаҡһыҙ хөкөм итерме?
Әммә Серуяһ улы Авишай: – Раббы мәсехләгән кешене мыҫҡыллаған Шимғи үлергә тейеш түгелме ни? – тип ҡаршы төштө.
Исраил Аллаһы әйтте миңә, Исраилдың Ҡаяһы былай тине: „Кешеләргә ғәҙеллек менән, Алланан ҡурҡып хакимлыҡ иткән шәхес
Ошо хәлдәрҙән һуң да Әйүп гонаһ ҡылманы – Аллаға ғәйеп ташламаны.
Әгәр ҙә аҡылың булһа – тыңла, Әйткәндәремә ҡолаҡ һал.
Ул батшаға: „Һин – йүнһеҙ!“ – ти, Затлыларҙы яуыз тип атай,
Барыһын да бергә тупраҡҡа күм, Ер аҫтында йөҙҙәрен ҡапла.
Ни тиергә һуң? Алла ғәҙел түгелме ни? Юҡ, әлбиттә!