11 Ул кешеләргә ғәмәлдәренә күрә бирә, Һәр кем үҙенә тейеш әжерен ала.
Ул Аллаға доға итер, Алла иһә уны ҡабул ҡылыр. Алланың хозурына ул ҡыуанып килер. Алла уға абруйлы исемен кире ҡайтарыр.
Сөнки уларҙың эштәрен белеп тора, Бер төндә емереп, һепереп түгә.
Батша иһә Аллала ҡыуаныс табыр, Алла менән ант иткәндәр Уны данға күмер, Ялғансыларҙың өнө тығылыр.
эштәренең әсе емешен татыр, яман ниәттәре менән туйыныр улар.
Кеше үҙ һүҙенең емештәре менән игелек табыр, хеҙмәте бүләк булып үҙенә әйләнеп ҡайтыр.
«Беҙ быны белмәнек бит», – тиһәң дә, йөрәгендәген Үлсәүсе белмәҫме? Һинең йәнеңде Күҙәткән аңламаҫмы? Ул һәр кемгә ғәмәленә күрә әжерен бирә.
Һәр кемгә ғәмәлдәренә күрә бирер. Дошмандарына асыу менән яуап ҡайтарыр, Уны күрә алмағандарҙы язаға тарттырасаҡ, Диңгеҙ буйындағыларға әжерен бирәсәк.
Мин, Раббы, кешенең йөрәген беләм, Кешенең булмышын һынайым. Һәр кемгә ҡыуған юлына күрә, Эшенең емешенә ҡарап әжерен бирәм.
Кәңәштәрең ниндәй бөйөк, ғәмәлдәрең ни ҡәҙәр ҡөҙрәтле! Күҙҙәрең әҙәм балаларының барлыҡ эштәрен күҙәтеп тора. Һәр кемгә ҡыуған юлы һәм ҡылған ғәмәлдәренә күрә әжерен бирәһең.
Килем алыр өсөн үтескә аҡса бирһә, Уны арттырып алһа, Бындай кеше тере ҡалырмы? Юҡ, ул тере ҡала алмай! Бөтә был әшәкелектәрҙе ҡылған өсөн Ул һис шикһеҙ үлтерелер. Үлемендә үҙе ғәйепле булыр.
Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләре менән Атаһының балҡып торған шөһрәтендә килер һәм һәр кемгә ғәмәленә ҡарап әжерен бирер.
Ул һәр кемгә ғәмәленә ҡарап әжерен бирер:
сөнки тәндә саҡта ҡылған яҡшы йә яман эштәребеҙгә ҡарата һәр кем үҙенә тейеште алһын өсөн, бөтәбеҙ ҙә Мәсихтең хөкөмө алдына килергә тейеш буласаҡбыҙ.
Һәр кемде эшенә ҡарап тигеҙ күргән Хөкөм итеүсене доға ҡылғанда Атам тип атайһығыҙ икән, был донъяла мосафир булып йәшәгән саҡта ғүмер юлығыҙҙы ҡурҡыу ҡатыш хөрмәт менән үтегеҙ.
«Тиҙҙән Мин киләсәкмен. Һәр кемгә үҙ эштәренә ҡарап бирер өсөн әжерҙе Үҙем менән алып килермен.
Һәр кемгә тоғролоғона һәм ғәҙеллегенә күрә Раббы Үҙе бирер. Бөгөн Раббының һине ҡулыма тапшырыуына ҡарамаҫтан, Раббының мәсихенә хаслыҡ ҡылырға теләмәнем.