10 Шуға күрә, аҡылы булғандар, мине тыңлағыҙ: Алла яуызлыҡ ҡылыуҙан алыҫ тора, Ғәҙелһеҙлек сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе өсөн ят.
Бының булыуы мөмкин түгел! Һин улай эшләмәҫһең: тәҡүәләрҙе яуыздар менән бергә һәләк итмәҫһең, яуыз кеше лә, тәҡүә лә бер үк яҙмышҡа дусар булмаҫ бит инде? Бының булыуы мөмкин түгел! Бөтә ерҙең Хөкөмдары хаҡһыҙ хөкөм итерме?
Алланың юлы камил. Раббының һүҙе иретеп таҙартылғандай саф. Ул – Үҙенә һыйынғандар өсөн ҡалҡан.
Алланан ҡурҡығыҙ, алдығыҙҙы-артығыҙҙы ҡарап йөрөгөҙ, сөнки Аллабыҙ Раббыға ялғанлау ҙа, кеше айырыу ҙа, ришүәтселек тә хас түгел.
Ысынлап та, Алла яуызлыҡ эшләмәй, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе ғәҙел хөкөмдө боҙмай.
Аҡыллылар, мине тыңлаған аңлылар әйтер:
Кем Уға нисек эшләргә кәрәклеген өйрәтер? Кем Уға: „Дөрөҫ эшләмәйһең“, – тип әйтә алыр?
Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе беҙҙең өсөн аҡыл етмәҫлек, Ҡеүәте һәм ғәҙеллеге менән бөйөк, Хаҡлыҡ Эйәһе һис кемде йәберләмәҫ.
Алла ғәҙелһеҙлек ҡыламы, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе дөрөҫлөктө боҙамы?
Нәсихәтте кире ҡаҡҡан – зыян күрә, өгөттәргә ҡолаҡ һалған – аҡыл йыя.
Зина ҡылыусының аҡылы юҡ, бындай кеше үҙ йәнен үҙе ҡыя.
Һинең менән дәғүәләшкәнемдә, Һин хаҡлы булып сығаһың, Раббым. Шулай ҙа Һинең менән йәнә һөйләшмәксемен, Ғәҙеллек хаҡында һорау бирмәксемен. Ниңә яуыздарҙың эше уңа? Ни өсөн хыянатсылар рәхәт йәшәй?
Әммә һаман ҡала эсендәге Раббы ғәҙел, Ул яуызлыҡ ҡылмай; Һәр иртә һайын Үҙ хөкөмөн сығара, Һәр бер таңда – һис тә кисектермәй! Әммә залимдар оялыу белмәй.
Ни тиергә һуң? Алла ғәҙел түгелме ни? Юҡ, әлбиттә!
Ул – Ҡая! Эштәре камил, Уның бөтә юлдары ла ғәҙел. Алла тоғро, Унда һис юҡ ялған. Ул хаҡ һәм ғәҙел.
Ҡотҡоға тарыған бер кем дә: «Был ҡотҡоно миңә Алла ебәргән», – тимәһен, сөнки Алланы бер ниндәй яуызлыҡ ҡотҡоға төшөрә алмай, Алла Үҙе лә бер кемде лә ҡотҡоға һалмай.