7 Һиңә минән ҡурҡырға урын юҡ; Ҡулым өҫтөңә ауыр йөк булып ятмаҫ.
Ҡулыңды минең өҫтөмдән ал да Дәһшәтең менән ҡотомдо алма.
Әйткәндәрең ҡолағымда яңғырап торҙо. Мин һүҙҙәреңде ишеттем:
Алла бит минең кеүек әҙәм балаһы түгел, Нисек мин Уға яуап бирә алайым? Уның менән хөкөмгә нисек бергә барайым?
Алла Үҙенең яза таяғын өҫтөмдән алһа ине, Башҡаса миңә дәһшәт һалмаһа ине.
Сөнки Раббының һүҙе хаҡ, Уның ҡылған ғәмәлдәре тоғро.
Ниндәй бәхетле шатлыҡ ауаздарын татыған халыҡ! Улар Һинең йөҙөңдөң нурында йәшәй, Раббы.