4 Мине Алланың рухы бар ҡылды, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең һулышы йәшәү бирә.
Раббы Алла әҙәмде тупраҡтан әүәләне һәм танау тишегенә йәшәү һулышы өрҙө. Шулай итеп, кеше тере йән эйәһе булды.
Йәшәү бирҙең, һөйөүеңде бүләк иттең, Йәнемде хәстәрләп һаҡлап торҙоң.
Мине ҡыйырһытыуҙан Һиңә бер файҙа бармы? Үҙ ҡулдарың менән яратҡанды кире ҡағып, Яуыздарҙың мәкерле ниәтен хуплау – Шулай Һиңә яҡшы тойоламы?
Һәр бер тереклектең йәне, Бөтөн кешенең һулышы – Уның ҡулында.
Ҡасанға тиклем эсемдә йәнем, Танауымда Алланың һулышы булһа,
Ысынында, кешелә булған рух, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең һулышы әҙәмгә зирәклек бирә.
Илдә бик күп тәлмәрйендәр хасил булды, Хатта батшаның бүлмәләренә тулды.
Уға баҡҡандарҙың йөҙҙәре нур сәсә, Оятҡа ҡалып ҡыҙарынмаҫтар.
Күктәрҙе бар ҡылған, киреп ҡуйған, Бөтә емеше менән ер йөҙөн йәйеп һалған, Донъялағы халыҡтарға һулыш, Унда йәшәгәндәргә һулыш биргән Раббы Алла былай ти:
сөнки йәшәү биреүсе Изге Рух ҡануны һине Ғайса Мәсих аша гонаһ һәм үлем ҡанунынан азат итте.
Изге Яҙмала былай тип яҙылған бит: «Тәүге кеше – Әҙәм – тере йән эйәһе булды». Ә һуңғы Әҙәм тормош биреүсе Рух булды.