33 Әгәр һүҙең булмаһа, өндәшмә, мине тыңла, Һиңә аҡыл өйрәтәйем».
Һүҙҙәрем ихлас йөрәктән сыға, Ирендәрем белгәнде, хаҡты һөйләй.
Ә инде әйтергә һүҙең булһа, яуап ҡайтар. Һөйлә, сөнки һинең аҡланыуыңды теләйем.
Әлиһу былай тип дауам итте:
Залимдар миңә ҡаршы шаһитлыҡ ҡыла; Мин белмәгән нәмәләр хаҡында һорайҙар.
Улар яҡшылығыма яуызлыҡ менән яуап ҡайтарҙы, Япа-яңғыҙ йәтим булып ҡалдым.
Аллабыҙ килә. Ул өнһөҙ ҡалмаҫ, Алдында ялмап йотор ялҡын бар, Әйләнәһендә уйнай дәһшәтле дауыл.
Бер ҡатлылар, аҡыл менән эш итергә өйрәнегеҙ, эй ахмаҡтар, аҡыл туплағыҙ.