32 Ә инде әйтергә һүҙең булһа, яуап ҡайтар. Һөйлә, сөнки һинең аҡланыуыңды теләйем.
Беләм нимә уйлағанығыҙҙы, Миңә ҡаршы мәкер ҡорғанығыҙҙы.
„Әйткәнегеҙ дөрөҫ“, – тип әйтеүҙән йыраҡмын мин. Һуңғы һулышыма тиклем намыҫлы булыуымдан баш тартмам.
Диҡҡәт менән тыңла, Әйүп, ҡолаҡ һал, Мин һөйләгәндә өндәшмә.
Әгәр һүҙең булмаһа, өндәшмә, мине тыңла, Һиңә аҡыл өйрәтәйем».
Әгәр ҡулыңдан килһә, яуап бир; Әйҙә, дәлилдәр әҙерлә, ҡаршыма баҫ.