29-30 Кешенең йәнен ҡәберҙән ҡотҡарыр, Уларға тормош нуры балҡыһын өсөн, Ҡара, Алла быларҙы кешегә Ике, хатта өс тапҡырҙар эшләй.
Исраил батшаһы Алла бәндәһе әйткән урынға кешеләр ебәреп, унда йәшәүселәрҙе иҫкәртә һәм улар һаҡ тора. Әллә нисәмә тапҡыр шулай булды.
Улай икән, үҙеңде бөйөклөк һәм мөһабәтлек менән биҙә, Балҡышҡа һәм күркәмлеккә сорнал.
Ғәмәлдәрҙең төрлөһө бар, әммә уларҙың барыһын да беҙҙә бер үк Алла булдыра.
Сәнскәкте тәнемдән тартып алыуын теләп, Раббыға өс тапҡыр үтендем.
Тап бына шуның өсөн Алла беҙҙе әҙерләне һәм ышаныслы билдә итеп Үҙ Рухын бирҙе.
Барыһын да Үҙ ниәте һәм ихтыяры менән эшләүсе Алла, Үҙенең маҡсаты буйынса алдан билдәләп, беҙҙе Мәсихтә Үҙе вәғәҙә иткәнде алыусылар итте.
Сөнки Үҙенең ихтыяры менән һеҙҙә теләк һәм эш итеү һәләте уятып, Алла Үҙе һеҙҙә эш итә.
Ошо маҡсатҡа өлгәшеү өсөн, Мәсихтең миндәге ҡеүәтле эш иткән көсө ярҙамында көрәшеп, үҙ-үҙемде аямайынса хеҙмәт итәм.
Үҙенең ихтыярын үтәр өсөн Алла һеҙҙе һәр яҡшы нәмә менән тәьмин итһен һәм Ғайса Мәсих аша беҙҙә Үҙенә ҡулай нәмәләрҙе эшләһен. Уға мәңгенән-мәңгегә дан. Амин.